Күп һәм инвалид бала тәрбиәләүселәргә 4  меңдән ашыу ер участкаһы, дәүләт унитар предприятиелары менән идара итеүҙә  этаплы реформа системаһын индереү 28.11.2014

Бөгөн Башҡортостандың  ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы  9 айлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Ултырышта билдәләнеүенсә, әле республикала  145 дәүләт унитар предприятиеһы бар, уларҙың 94-е табышлы эшләһә, ҡалғандарының хәле мөшкөләрәк. Шуға күрә был өлкәне үҙгәртеп ҡороу  менән бер рәттән, һөҙөмтәле эшләү механизмдары ла индерелә.

Быйыл шулай уҡ  ҡуртымдағы  ер участкалары һатып алыуға ғаризалар артҡан.  Күп һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә ер бүлеүгә лә ҙур иғтибар бүленә, 9 айҙа барлығы 4 меңдән ашыу участка бүленгән. Программа ғәмәлгә индерелгәндән алып был күрһәткес 17 меңдән ашҡан. Шулай уҡ  файҙаланылмаған ерҙәрҙе муниципаль ҡарамаҡҡа тапшырыу буйынса ла эш алып барыла. Белгестәр әйтеүенсә,  ҡала-райондарҙа  күп функциялы үҙәктәрҙең асылыуы  эште күпкә еңеләйткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика