Көньяҡ Африка йәштәре юғары белемде Өфөлә алырға теләй 02.12.2016

Киләсәктә был дәүләт вәкилдәре республика студенттары менән алмашыу программаһын булдырыу яҡлы, бигерәк тә тығыҙ хеҙмәттәшлек Лимпопо провинцияһы менән булыр тип көтөлә.

Сит илдә йәшәүселәрҙе техник, медицина һөнәрҙәрен үҙләштереү ҡыҙыҡһындыра. Был турала бөгөн Көньяҡ Африканың Рәсәйҙәге илселеге делегацияһы Башҡортостандың төрлө ведомство- министрлыҡтары вәкилдәре менән осрашыуында белдерҙе. Ҡунаҡтар спорт һәм мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалырға теләмәй. 2019 йылда баш ҡалала Халыҡ-ара йәйге балалар уйындары үтә, күләмле ярышҡа Африканан да ҡатнашыусылар киләсәк. Шулай уҡ Фольклориада ла икенсе ҡитғала йәшәүселәрҙең рухи донъяһы менән танышырға мөмкинлек асыр тип күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика