Көнкүреш ҡалдыҡтарынан яңы продукция алыу мөмкинлектәре

Көнкүреш ҡалдыҡтарынан яңы продукция алыу мөмкинлектәре 02.12.2014

Ошо һәм башҡа һорауҙар бөгөн Өфөлә үткән «түңәрәк өҫтәл»дә тикшерелде.  

Ултырышта СИБУР компанияһы менән республиканың бәләкәй предприятиелары араһында үҙ-ара бәйләнеш булдырыу юлдары барланды.  Быға төбәктә барлыҡҡа килгән «ХимТерра» индустрияһы паркы сәбәпсе. Ул Башҡортостан Президенты башланғысында республикала химия сәнәғәтендә етештереүҙе үҫтереү маҡсатында ойошторола. Башҡортостанда бәләкәй предприятеларҙы үҫтереү өсөн парк түбән хаҡҡа һалымдар, транспорт һәм инженер инфраструктураһын тәҡдим итә. Бөгөн беренсе резидент менән килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул – «Өфөхимтранс» предприятиеһы. Киләсәктә тағы бер-нисә партнер йәлеп итеү ҡарала. Был индустрия паркы яҡын урынлашҡан Благовещен ҡалаһы халҡы өсөн үтә лә мөһим тип билдәләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика