Көн үҙәгендә- хеҙмәт кешеһе

Көн үҙәгендә- хеҙмәт кешеһе 30.10.2014

Бөгөн Башҡортостан Президенты Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға  йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

Рөстәм Хәмитовтың бишенсе мөрәжәғәте тәү сиратта ябай кешеләрҙең мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуға йүнәлтелгән. Эш урындары булдырыу, тормош сифатын яҡшыртыу, торлаҡ төҙөү һәм хеҙмәт хаҡын арттырыу. Мөрәжәғәтнамәлә  ауыл халҡының көнитмеше лә төп урынға ҡуйылды. Республика етәксеһе  ер кешеләре етештергән продукцияны һатыуҙы ойоштороу,  диспансеризация үткәреп, һаулыҡтарын тикшереү бурысын ҡуйҙы. Шулай уҡ хаҡлы ялға сығыусы хеҙмәткәрҙәрҙе  эштән бушатыу менән ҡабаланмаҫҡа, мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу бурысы ҡуйылды.  Социаль йүнәлеш, кешеләрҙең  йәшәү кимәлен яҡшыртыу, хеҙмәтсәндәрҙе ҡайғыртыу - иҡтисадтың төп этәргес көсө, тине Рөстәм Хәмитов.
Мөрәжәғәтнамәлә  эшсе һөнәрҙәргә иғтибарҙы арттырыу бурысы ла ҡуйылды. Әле юғары белем алыусылар һөнәрселек училищеһында уҡыусыларҙан бер ярым тапҡырға күберәк. Ә был  хеҙмәт баҙарында ҡытлыҡҡа килтерә. Вакансиялар эш эҙләүселәргә ҡарағанда күберәк. Уҡыу йорттарына  предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итергә ҡушылды. Фән, бизнес, етештереүселәр  араһында бәйләнеш булғанда ғына конкурентҡа һәләтле продукция етештерергә мөмкин. Рөстәм Хәмитов йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын юғары кимәлдә ойоштороу маҡсатын ҡуйҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку