Көҙгө сессия асыҡ 17.09.2015

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары  миҙгелдәге тәүге ултырышын үткәрҙе. Был  5-се саҡырылыштағы составтың 22-се йыйылышы,  ә бына  өс депутат өсөн тәүгеһе. 13-сө сентябрҙәге һайлауҙа Туймазы һәм Күмертауҙан үткән Рәмил Бигнов менән Хәйҙәр Ғайсин сәнәғәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитетта эш башланы. Тағы бер яңы депутат Константин Канунниковҡа иһә мандатты «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе тапшырғайны. Халыҡ һайланыусылары өсөн көҙгө миҙгел ҡыҙыу булмаҡсы, тәүге  ултырышҡа өс тиҫтәгә яҡын закон проекты сығарылды.

Бөгөнгө ултыршта иң ҡыҙыу әңгәмә тыуҙырған сығыш  юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә ҡағыла. Сөнки авариялар бөгөнгө замандың төп бәләләренең береһе. Һуңғы биш йылда ғына юл фажиғәләрендә өс мең ярым кешенең ғүмере өҙөлгән. Инспекторҙар көн һайын юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2 меңләп осрағын теркәй. Бигерәк тә йәмәғәт транспорты менән бәйле авариялар күп. Ултырышта  автобустарға ҡарата талаптарҙы  ҡәтғиләштереү мөмкинлектәре ҡаралды.  Штрафтарҙы ваҡытында  түләтеүҙең яңы алымдары хаҡында һүҙ барҙы. Шулай уҡ бөгөн   транспорт сараларын  эвакуаторҙар менән ташыуға бәйле закон проекты ла ҡаралды.
Тәүге уҡыуҙа ҡаралған тағы бер закон проекты баҙарҙар тураһында. 2025-се йылға  тиклем республиканың бөтә төбәктәрендә  заманса сауҙа үҙәктәре  сафҡа индереү ҡарала.  Импортты алмаштырыу мәлендә үҙеббеҙең етештереүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу мотлаҡ, ти депутаттар. Әммә бөгөн үк  асыҡ һауа аҫтындағы бар баҙарҙар ябыласаҡ тигәнде аңлатмай, эш этап буйынса эҙмә-эҙлекле алып барыласаҡ.
Былтыр бер нисә бәхетһеҙ осраҡтың сәбәбе булған берәҙәк эттәргә ҡаршы саралар ҙа күреләсәк. Урам буйында хужаһыҙ йөрөүсе эт өйөрҙәренә ҡаршы көрәшеү бурысы муниципаль  берәмектәргә йөкмәтелә, ошо маҡсатта 60 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҙә ҡаралған.   Балаларҙы эттәрҙән генә түгел, яуапһыҙ  кешеләрҙән дә ҡурсалаясаҡтар, хәҙер уллыҡа бала алыусыларҙың биографияһында бер ҡара тап та булырға тейш түгел. Уның ҡарауы,  патронат  ғаиләләргә түләнгән аҡса күләме арта.
Ултырышта тәҡдим ителгән һәр закон проекты ентекләп тикшерелде. Депутаттар фекеренсә, миҙгел ҡыҙыу булмаҡсы, ҡануни документтарҙы ҡарауҙан тыш, төрлө йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу,  йәмәғәтселек менән осрашыуҙар ойоштороу мотлаҡ. Сөнки халыҡ  менән бергә ҡайнағанда ғына уларҙың  һулышын тойорға мөмкин.  
Көҙгө сессиялағы тәүге ултырышта өс тиҫтәгә яҡын закон проекты ҡаралды. Депутаттар әйтеүенсә, дәүләт ҡоролошо, ер һәм милек мөнәсәбәттәре, транспортҡа ҡағылышлы  ҡануни документтар бик күп. Шулай ҙа төп йүнәлеш-социаль сәйәсәт. мөнки республикала тормош сифатын яҡшыртыу, ябай кешеләрҙең мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә.
Рәмзиә Кәримова


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика