Ишембай районының Ғүмәр ятҡылыҡтарында быраулау эштәре тамамланды

Ишембай районының Ғүмәр ятҡылыҡтарында  быраулау эштәре тамамланды 26.02.2016

Бөгөн һуңғы 32-се скважина ҡаҙылды. Хәҙер  табылған ҡаҙылмаларҙың составына лаборатор тикшереү эштәре үткәреү, экспертизанан һуң   етештереүҙе яйға һалыу, запастарҙы барлау бурысы тора. Тап ошо ятҡылыҡ Стәрлетамаҡтың "Сода" компанияһын сеймал менән тәьмин итергә тейеш. Геологтарҙың тәүге эш  һөҙөмтәләре  менән республика башлығы  ла танышты. Рөстәм Хәмитов төбәктә шулай уҡ тәүлегенә 2 мең автомобиль үткәрергә һәләтле Стәрлетамаҡ -Ҡағы-Магнитогорск юл төҙөлөшөн тикшерҙе,Ҡолғона ауылында һалынған күп функциялы үҙәктә булды.

Геологтар бөгөн быраулау эштәрен тамамлаған, барлығы 3 мең метрға яҡын тәрәнлектәге 32 скважина ҡаҙылған. Белгестәр эште өс тауҙа алып барған,  улар Ғүмәр ауылынан яҡынса 4-5  километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡайһы бер нөктәләрҙә  ерҙе 175 метрға тиклем бырауларға тура килгән.
Белгестәр фекеренсә, тәүге тикшереүҙәр бында табылған сеймалдың составы эзбизға бай булыуын иҫбатлай. Ул «Сода» компанияһының талаптарына тулыһынса яуап бирә. Запастар ҙа күп кенә күренә.  
Ишембай ерлегендә барған тағы бер күләмле төҙөлөш - Стәрлетамаҡ -Ҡағы - Магнитогорск трассаһы. Әле уның бер өлөшөн  һалыу тамамланған. Юл  буйлап  хәрәкәт итеү түләүле нигеҙҙә буласаҡ, тик ерле халыҡ өсөн түгел, тине Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы Ишембай районына эш сәфәре барышында Көҙән ауылындағы  Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың музейында ла булды.  Бында бөйөк шәрҡиәтсенең тормош юлына һәм эшмәкәрлегенә арналған тарихи экспонаттар һаҡлана. Музейҙа Вәлидовтарҙың  шәжәрәһен, шәхси әйберҙәрен,  ғилми эштәрен күрергә мөмкин.
Ә бына Ҡолғона ауылы халҡы тиҙҙән яңы социаль объект туйлаясаҡ. Төбәктә  китапхана, клуб,  спорт залы, ауыл хакимиәтен  үҙ эсенә алған күп функциялы  үҙәк төҙөлә. Элекке клуб 1967 йылда   һалынған иҫке бинала урынлашҡан. Проектҡа республика бюджетынан 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Меңдән ашыу халыҡ йәшәгән Ҡолғона өсөн был күптән көтөлгән бүләк. Объектты йәй аҙағына файҙаланыуға тапшырыу ҡарала.
Уңайлыҡтар бар ерҙә тормош та ҡайнай. Шарттар тыуҙырылыу менән Ҡолғонала төпләнеүсе йәштәр һаны ла  артҡан. Был инде ауылдың киләсәге бар, һалынған социаль объекттар буш тормаясаҡ тигән һүҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика