Иртәнге һигеҙҙә Башҡортостандағы барлыҡ һайлау участкалары ла үҙ ишектәрен асты

Иртәнге һигеҙҙә Башҡортостандағы барлыҡ һайлау участкалары ла үҙ ишектәрен асты 14.09.2014

Бөгөн  Башҡортостанда  ваҡытынан алда республика  Президенты, 43-сө бер мандатлы Краснохолм округы  буйынса , Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм муниципаль совет депутаттарына өҫтәлмә һайлауҙар үтә. Барлығы 53 мандатҡа  204 кандидат дәғүә итә. Һайлауҙа 6 сәйәси партияның төбәк бүлексәләре ҡатнаша.

Үҙәк һайлау комиссияһы биргән мәғлүмәткә ярашлы, Башҡортостанда тауыш биреүселәр исемлегендә 3 миллион 77 мең 775 кеше теркәлгән. Бөгөн  барлығы 3453 һайлау участкаһы, шул иҫәптән 34 ваҡытлыса һайлау участкаһы эшләй. Һайлау Рәсәйҙең 84 төбәгендә үтә. Тауыш биреүҙән бары Ингушетия ғына ситтә ҡалған.  33 субъектта төбәк етәксеһен, 14-дә закондар сығарыу йыйылыштары депутаттары, бынан тыш, ҡала мэрҙары, муниципаль депутаттар һайлана. Дөйөм алғанда,  барлығы 6 мең һайлау уҙа. Тауыш биреүҙә тәүге тапҡыр Рәсәйҙең яңы төбәктәре - Ҡырым һәм Севастополь ҡалаһында йәшәүселәр ҙә ҡатнаша. Участкалар һайлаусылар өсөн  киске сәғәт һигеҙгә тиклем эшләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика