Иранда Башҡортостан эшҡыуарлығы көндәре үтәсәк

Иранда Башҡортостан эшҡыуарлығы көндәре үтәсәк 07.10.2015

Бындай башланғысты Рөстәм Хәмитов бөгөн Ислам Республикаһының  ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Мехди Санаи менән осрашыуҙа индерҙе. Сит ил вәкилдәре Башҡортостанға өсөнсө тапҡыр килә. Фекер алышыу барышында, яҡтар араһында хеҙмәттәшлек йүнәлештәре тикшерелде. Атап әйткәндә, машиналар эшләү, ауыл хужалығы, мәғариф һәм айырыуса нефть химияһы өлкәләренә ҙур өмөттәр бағлана.

Сөнки «Башнефть» киләсәктә Иран нефть компанияларының партнеры булыуы ихтимал. Республика Башлығы билдәүенсә,  һөйләшеүҙәрҙән һуң аныҡ эштәргә күсергә кәрәк. Башҡортостан делегацияһының Иранға сәфәре йыл аҙағында булыр тип көтөлә.  
Мехди Санаи, Ирандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе:   «Беҙ хеҙмәттәшлекте үҫтеререү юлдарын ҡараныҡ.  Быға  Иран менән Башҡортостан делегациялары араһындағы осрашыу тәүге аҙым булып торасаҡ.  Уның составына сәнәғәтселәр һәм сауҙа вәкилдәре инер тип көтөлә.  Ә инде яҡын киләсәктә уларҙың Иран партнерҙары менән берлектәге проекттары уңышлы эшләп китеренә ышанам».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика