«Инженер-2015» 13.05.2016

Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре һәм лауреаттары исемлегенә Башҡортостандан  тиҫтәгә яҡын  кеше  ингән. Техник бәйгелә илдең 54 төбәгенән  40 мең тирәһе инженер үҙ көсөн һынап ҡараған. Һуңғы турға 300-ҙән ашыу кеше генә барып еткән.
Еңеүселәрҙе  билдәле Рәсәй ғалимдары, инженерҙары, конструкторҙарынан торған эксперт комиссияһы билдәләй. Конкурста  Башҡортостан данын лайыҡлы яҡлаусылар менән бөгөн Республика башлығы ла осрашты. Түңәрәк өҫтәлдә  «CASE-IN»  халыҡ-ара инженер чемпионатының һайлап алыу турында еңеүселәр ҙә ҡатнашты.

Евгений Литвинов Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә инженер-технолог булып эшләй. Ул студент йылдарынан уҡ фән менән шөғөлләнә. Йәш белгес абруйлы конкурсҡа авиация һәм космонавтика өлкәһендә  асыштарын тәҡдим итә.
Евгений Литвинов, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең әйҙәүсе инженер-технологы: «Минең проект ҡаты яғыулыҡта эшләгән ракета двигателе параметрҙарын көйләүгә йүнәлтелгән. Беҙ яңы алымдар ярҙамында уның һөҙөмтәлелеген, иҡтисади күрһәткестәрен  яҡшыртырға уйлайбыҙ».
Конкурста 30-ға тиклемге йәш ғалимдар ҙа, 5  йыллыҡ хеҙмәт стажы булған белгестәр ҙә үҙ көсөн һынай ала.  Мәҫәлән, «Технодинамика»  йәмғиәтендә  инженер-конструктор булып эшләгән Артур Ғарипов үҙ асыштарын ғәмәлдә ҡуллана. Ул да конкурсҡа авиация һәм космонавтика тармағын үҫтереү буйынса  үҙ алымдарын тәҡдим иткән. Проект формаһында ғына булған асыштар ҙа бар. Республика башлығы заманса ысулдарҙы ғәмәлгә әүҙемерәк индереү бурысын ҡуйҙы.
Осрашыуҙа  «CASE-IN» халыҡ-ара инженерҙар чемпионатының һайлап алыу турында еңеүселәр ҙә ҡатнашты. Был сара 2013 йылдан бирле профилле  уҡыу йорттары студенттары һәм аспиранттары араһында иң көслөләрҙе асыҡлау, техник һөнәрҙәрҙе пропагандалау,  йәштәрҙең тәжрибәһен арттырыу маҡсатында ойошторола. Йәштәр  10 көн буйы инженер-техник кейстарҙы сисә.  
Чемпионат  биш йүнәлеш буйынса үтә. Уға электр энергетикаһы, тау эше,  геолог разведкаһы,  металлургия һәм нефть-газ тармағы инә.  Быйыл  бәйгелә илдең 30 төбәгенән һәм Ҡаҙағстан менән Монголиянан  40-ҡа яҡын вуз вәкилдәре ҡатнашҡан. Финалға Башҡортостандан финалға  Өфө дәүләт нефть-техник университетының Салауат филиалы командаһы сыҡҡан.
Инженерҙарҙы киләсәк һөнәре тип атарға мөмкин. Бар яҡлап та  үҫешеү, етештереү ҡеүәттәрен арттырыу өсөн заманса технологиялар, яңы асыштар талап ителә. Тик был проекттар ҡағыҙҙа ғына ҡалырға тейеш түгел. Уларҙы ғәмәлгә ашырыу мотлаҡ, тине Республика башлығы.  Йәш ғалимдарға тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу майҙаны булараҡ махсус үҙәк асыу тәҡдиме лә яңғыраны.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика