Инвесторҙар менән эшләмәгән муниципаль берәмек етәкселәренә ҡарата ҡәтғи саралар күреләсәк 26.05.2015

Был турала бөгөн Республика Башлығы инвестиция климатын яҡшыртыуға арналған Йәмәғәт советы ултырышында белдерҙе.  

Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, һуңғы дүрт йылда төп капиталға ингән  инвестициялар күләме 30 проценттан ашыуға артҡан. Былтыр ғына 285 миллиард һум тирәһе аҡса йәлеп ителгән. Быйыл тәүге кварталда  үҫеш  тағы юғарыраҡ.  Инвестицияларҙың төп өлөшөн  эшкәртеү предприятиелары биләй,  икенсе урында  транспорт менән элемтә тармағы килә.  Шул уҡ ваҡытта  инвесторҙар  менән һүлпән эшләгән тармаҡтар ҙа бар.
Былтыр  илдә алдынғы эш тәжрибәләрен индереү буйынса муниципаль берәмектәрҙең  атласы әҙерләнгән. Был исемлеккә  Башҡортостандан Өфө районы ингән, киләсәктә  иң яҡшы  алымдар тағы  12 районда индереләсәк. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә,  шулай уҡ индустриаль парктарҙы биш йыл эсендә өс тапҡырға арттырыу талап ителә, кластерҙар ҙа күберәк булырға тейеш.  Республиканың инвестиция имиджы экспозицияһын әҙерләү һәм таратыу бурысы ла ҡуйылды. Бының өсөн  баҫма һәм электрон матбуғат сараларын ҡулланырға мөмкин. Бөгөнгө ултырышта ҡаралған эш планы ла бер аҙна эсендә матбуғатта донъя күрергә тейеш. Ултырышта дәүләт-шәхси партнерлығын  белем биреү, һаулыҡ һаҡлау системаһында, туризм, социаль хеҙмәттәр өлкәһендә лә ҡулланырға ҡушылды. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, әлеге ваҡытта Өфөнөң Инорс биҫтәһендә һәм Стәрлетамаҡта   меңдәрсә бала уҡыған мәктәптәр бар,  эшҡыуарҙарҙы  белем усаҡтары төҙөүгә йәлеп итеү ике сменалы  мәғариф учреждениеларын кәметергә булышлыҡ итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика