Инвестициялар йәлеп итеү буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында килә 27.10.2016

Рәсәйҙә 11-се.  Һуңғы ун квартал һөҙөмтәләре буйынса тотош илдә инвестиция климатының насарайыуы теркәлһә лә, республикала хәл ярайһы уҡ тотороҡло ҡала, тине Рөстәм Хәмитов. Шулай ҙа был күрһәткестәр ҡәнәғәтләнерлек түгел.  

Ҡайһы бер райондар бюджеттан йәлеп ителгән аҡсаларҙы ла инвестиция тип күрһәтеп яңылышлыҡ индерә. Был күренеш язаһыҙ ҡалмаясаҡ, тине республика етәксеһе инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында.
Республикала йәлеп ителгән инвестиция күләме 117 миллиард һумдан ашҡан. Әлеге мәлдә тағы ла 682 миллиард һумлыҡ 5 йөҙгә яҡын инвестиция проекты хәл ителеү өҫтөндә. Уларҙы республикала ҡалдырыу өсөн барыһы ла эшләнергә тейеш, тине Рөстәм Хәмитов. Төбәктә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, төҙөлөштө, сәнәғәт етештереүе ҡеүәтен арттырыу өсөн башҡа мөмкинленктәр юҡ. Тап инвестициялар ярҙамында ғына иҡтисади тотороҡлоҡто тәьмин итеү мөмкин.
Республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков белдереүенсә, республиканың 29 районында инвестиция климатының яҡшырыуы күҙәтелә. Тағы ла 33 районда киреһенсә, насарайған. Хатта әлегә тиклем инвестиция стратегияһы булмаған төбәктәр  ҙә бар.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, инвесторҙарҙы йәлеп итеү эше бер республика етәкселегенең генә эше түгел. Эшҡыуарҙарға уңайлы шарттар тыуҙырыу, өҫтәмә финанстар йәлеп итеү менән һәр муниципаль район, ҡала округтары үҙҙәре шөғөлләнергә тейеш. Ләкин күрһәткестәрҙе яҡшыртам тип ҡаҙнанан килгән аҡсаларҙы, финансланған төҙөлөштәрҙе, яңы объекттарҙы инвестициялар иҫәбенә яҙыу, килешмәй, тине республика башлығы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика