Илдең транспорт министры бөгөн Өфө тимер юлы вокзалында барған реконструкция барышы менән дә танышты

Илдең транспорт министры  бөгөн Өфө тимер юлы вокзалында барған реконструкция барышы менән дә танышты 15.05.2015

«Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте төҙөкләндереү  эштәре өсөн 260 миллион һумға яҡын аҡса бүлгән.

Бөгөнгә сығымдарҙың яртыһы үҙләштерелгән дә инде. Бынан тыш, тиҙҙән вокзал комплексына сит илдән хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе ҡоролмалар ҙа ҡайтарыласаҡ. Күләмле реконструкцияның икенсе этабында вокзал янында  ҡунаҡхана һәм автомобилдәр ҡуйыу өсөн парковка төҙөү күҙаллана. Әммә бының өсөн әлегә инвесторҙар табылмаған.  Рәсәйҙең транспорт министры шулай уҡ Ҡара диңгеҙ буйына, атап үткәндә, Ҡырым ярымутрауына билет һатып алыу мәсьәләһе менән дә ҡыҙыҡһынды. Максим Соколов  перрондарҙың сифатһыҙ һәм түбән булыуына иғтибарын йүнәлтте.  Шулай ҙа ул  киләһе йылға бындай етешһеҙлектәр бөтөрөлөр тигән ышаныс белдерҙе.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика