Илдең үҫеш стратегияһы 27.06.2016

Ике меңдән ашыу делегат һәм ҡунаҡ Мәскәүҙә "Берҙәм Рәсәй" партияһының ғәмәлгә ашырыласаҡ төп документтарын тикшерҙе. Күләмле форумды яҡтыртыу өсөн бер меңдән ашыу киң мәғлүмәт сараһы вәкиле йыйылды.

"Берҙәм Рәсәй" партияһының икенсе съезы аҙағына яҡынлашты. Делегаттар менән бергә пленар ултырышта ил етәкселәре лә ҡатнашты.  
Инеш һүҙендә Владимир Путин  ил өсөн халыҡ ихтыяждарын тоя белгән кандидаттар кәрәклеген билдәләне. Әммә бының өсөн ғәҙел һәм намыҫлы конкуренция булыуы мөһим.    

Раҫланған территориаль кандидатар исемлеге менән партияның рәсми сайтында танышырға мөмкин. Ул алдан тауыш биреү һөҙөмтәләре менән тулыһынса тап килә тиерлек. Кандидаттарҙың төбәк исемлеген Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкләй. Съездың икенсе этабында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ике мең самаһы делегат ҡатнашты. Унда һайлау алды программаһының киләһе биш йылға төп стратегик документы ҡабул ителде.  

Парламент етәксеһе фекеренсә, республиканан күрһәтелгән кандидаттарҙың һөҙөмтәле эшләйәсәге шик тыуҙырмай.  Съезда ҡатнашыусы республика делегацияһы үҙенең күплеге менән айырылып тора.   Партия форумының беренсе көнөндә улар һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм йәмәғәт контроленә арналған секция ултырыштарында юғары әүҙемлек күрһәтте.  

Форум сентябрҙә үтәсәк һайлауҙарҙа "Берҙәм Рәсәй" партияһын күрһәтәсәк кандидаттарҙы билдәләүҙең һуңғы этабы.  Шулай уҡ коммунистар партияһы ла кисә Дәүләт думаһы депутаты булырға ниәтләнгән кандидаттар исемлеген раҫланы. Шулай уҡ "Ғәҙел Рәсәй" съезы  бөгөн үтте, ә ЛДПР үҙ форумын 28 июнгә тәғәйенләгән. Парламенттта булмаған партиялар осрашыуы 1-3 июлдә уҙа.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика