Илдәге иҡтисади ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан,  Башҡортостанда тотороҡло үҫеш күҙәтелә 21.12.2016

Ун бер ай һөҙөмтәләре буйынса, республикала сәнәғәт етештереүе күләме ике процентҡа, ауыл хужалығы бер , ә тупланма бюджет 10 процентҡа артҡан. Хеҙмәт хаҡы буйынса ла алға китеш күҙәтелә.

Ләкин был үҫеш темптары беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй , тине Рөстәм Хәмитов . Был турала ул төбәктең 2030 йылға тиклем үҫеш стратегияһын барлауға арналған хөкүмәт ултырышында белдерҙе. Республика башлығы әйтеүенсә, оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән документты әҙерләүгә Мәскәүҙән «Сколково» идаралыҡ мәктәбе белгестәре ҡушыласаҡ.
Документ үҫеш юлының бер нисә вариантын билдәләйәсәк. Улар нефткә хаҡтар, иҡтисади хәлгә  һәм башҡа мөһим күрһәткестәргә таянып әҙерләнә. Маҡсат - Башҡортостан илдең иң ҡеүәтле ун төбәге исемлегенә инергә тейеш. Үҫеш стратегияһы ҡабул итеү алдынан  йәмәғәт тыңлауҙары үтә. Унда республикала йәшәүсе һәр кем ҡатнаша ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика