Ике йыл элек Ҡырым Республикаһы һәм айырым статусҡа эйә Севастополь ҡалаһы үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылды 18.03.2016

Быға нигеҙ булған референдумда ундағы халыҡтың 82 проценты ҡатнашып, 96 проценты Рәсәй ҡанаты аҫтында йәшәргә теләк белдергәйне. Халыҡтың ихтыярын инҡар итмәйенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡырым менән Севастополде Рәсәй субъекты итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Тарихи ваҡиға уңайынан бөгөн илдең барлыҡ төбәктәрендә лә иҫтәлекле саралар үтте. Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында республиканың билдәле сәхнә оҫталары һәм сәнғәт коллективтары сығыш яһаны.  

Был - Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына арналған өсөнсө акция.   Берҙәмлек байрамына дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, төрлө һөнәр эйәләре йыйылды. Уларҙың маҡсаты бер - ярымутрауҙа йәшәүсе ватандаштарыбыҙға теләктәшлек белдереү аша гражданлыҡ позицияһын күрһәтеү. Иҫәпләүҙәр буйынса, митинг-концерт 15 мең самаһы кешене бергә тупланы. Йыйылыусыларҙың башлыса йәштәр булыуы айырыуса ҡыуаныс.
Ике йыл элек ярымутрау  Рәсәй тигән тыуған ояһына әйләнеп ҡайтҡандан һуң яңы төбәктәрҙе төҙөклән¬де¬реүгә күп көс һалынды. Башҡортостан халҡы ла был сараларҙан ситтә ҡал¬маны, хатта иң әүҙем ярҙам итеүселәр иҫәбенә инде. Беҙҙең республика Ҡырымдың Белогорск районын шефлыҡҡа алды. Гуманитар ярҙам ойошторолдо, Башҡортостан игенселәре ярымутрау халҡына көҙгө уңышты йыйып алыуҙа ла төп терәккә әйләнде.
Былтыр ойошторолған митинг «Беҙ бергә!» лозунгы аҫтында үткәйне. Быйыл  уға «Ҡырым беҙҙеке!» девизы бирелгән. Митингка килеүселәр тотҡан плакаттарҙа ла ошондай мәғәнәле яҙыуҙар күпләп сағылыш тапҡан. Әммә иң мөһим һүҙҙәр кешеләрҙең күңелендә. Уларҙың барыһын да илһөйәрлек, берҙәмлек, дуҫлыҡ тойғолары  берләштәрә.    
Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы тарихҡа ысын мәғәнәһендә  алтын хәрефтәр менән яҙылды. Салауат Юлаев майҙанында үткән  теләктәшлек байрамы ла быға асыҡ миҫал булып торҙо. Митингта ҡатнашыусылар алдында ветерандар, сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре телмәр тотто. Шулай уҡ ижади коллективтар һәм артистар сағыу концерт программаһы менән сығыш яһаны.
Бынан  ике йыл элек тарихи ғәҙеллек кире тергеҙелде. Күп милләтле Ҡырым халҡының референдумда сағылыш тапҡан ихтыяры менән Рәсәй ерҙәре ҡайтанан Ватаныбыҙға ҡушылды. Был илебеҙҙең  ҡыйыу һәм тәүәккәл аҙымдарға һәләтле бөйөк держава икәнен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика