Иҡтисадты үҫтереү өсөн ғилми асыштарҙы ғәмәлгә индереү мотлаҡ

Иҡтисадты үҫтереү өсөн ғилми асыштарҙы ғәмәлгә индереү мотлаҡ 15.12.2016

Был турала бөгөн Республика Башлығы Башҡортостан фәндәр академияһының 25 йылллығына арналған тантаналы ултырышта белдерҙе. Сарала сит илдәрҙән, Рәсәй төбәктәренән билдәле ғалимдар ҙа ҡатнашты. Ултырышта башҡарылған эштәр, киләсәккә бурыстар хаҡында ла һүҙ барҙы.

Геүләп әйләнгән был һауыттарҙа баҫыу ҡоротҡостарының төп дошманы гербицидтар һәм бактериялар уйлап табыла. Элек  хужалыҡтар үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм  уңдырышлыҡты арттырыу өсөн махсуслаштырылған  препараттарҙы ситттән һатып алған була. Хәҙер иһә улар Өфө лабораторияһында, биотехнологиялар буйынса инжиринг үҙәгендә сығарыла.  Бында  уйлап табыу, һынау, тәжрибә үткәреү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Хатта, үҫемлектәрҙен  фосфорҙы йәки икенсе ашламаны нисек үҙләштереүен дә асыҡларға мөмкин.
Ошондай асыштарҙы иҡтисадтың һәр тармағында күҙәтергә мөмкин. Элек сит дәүләттәрҙән ҡайтарылған ҡоролмалар йәки  кәрәк-яраҡтар бөгөн үҙебеҙҙә етештерелә, хатта, халыҡ-ара сауҙаға сығарыла. Яңылыҡтар медицина өлкәһендә лә, сәнәғәт тармағында ла, ауыл хужалығында ла, гуманитар йүнәлештә лә күҙәтелә. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, асыштар яһала, патенттар алына, фәнни конференциялар үтеп тора, китаптар донъя күрә. Тик бөгөн өлгәшелгән ҡаҙаныштарға ғына ҡыуанып ултырыр заман түгел, киләсәк хаҡында уйларға, замандан бер аҙым алда барырға кәрәк.
Рәсәйҙә дүрт кенә төбәктең үҙ Фәндәр академияһы бар, Башҡортостан ғилми мәркәзе иң көслөләрҙең береһе иҫәпләнә. Был учреждение төбәктә фәнни сәйәсәтте алып барыусы, ғалимдарҙы бер урынға туплаусы, йүнәлеш биреүсе үҙәк булып тора. Һуңғы биш йылда ғына 500-ләп патент алынған, ғалимдар 300-гә яҡын грантҡа лайыҡ булған. Академия сит илдәр, башҡа төбәктәр менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек урынлаштырған.
Айчи Казуо Умезава, Токио университеты лабораторияһы мөдире: «Беҙ Башҡортостан ғалимдары менән онкология сирҙәрен ҡаршы үҙенсәлекле препарат уйлап таптыҡ. Был яңылыҡ донъя кимәлендә танылыу һәм хуплау тапты, артабан да хеҙмәттәшлек итергә уйлайбыҙ».
Тантаналы йыйылышта фән өлкәһендә оҙайлы йылдар уңышлы эшләгән ғалимдарға юғары дәүләт наградалары ла тапшырылды. Улар араһында химия фәндәре докторы, академик Ильдус Абдрахманов та бар, ғалим бөгөн Салауат  Юлаев орденына лайыҡ булды.
Башҡортостан фәндәр академияһы 80-гә яҡын академик һәм мөхбир ағзаһын берләштерә, белгестәргә асыштар яһау өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла.  Ғилми үҙәк  тиҫтәгә яҡын йүнәлеш буйынса эшләй.
Бөгөн ғалимдар заман шаңдауын тойоп эшләй, импортты алмаштырыу, элек ситтән алынған әйберҙәрҙең аналогын үҙебеҙҙә етештереү, яңы дауалау алымдарын  индереү буйынса эш алып бара. Сирек быуатлыҡ тарих яңы йылъяҙмалар менән байытыла.
Иҡтисади үҫештең нигеҙе булып фән тора. Шуға күрә әле ғилми асыштарҙы ғәмәлгә индереү  төп бурыс итеп  ҡуйылған. Шулай уҡ быйылдан өлкәне йәшәртеү, кадрҙар менән тулыландырыу маҡсатында йәш ғалимдар өсөн Фәндәр академияһы профессоры тигән яңы исем булдырылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика