Иҡтисади юғалтыуҙар 27.07.2017

Быйылғы үтә лә ҡарлы ҡыш, яҙ һәм йәйгеһен ҡойма ямғырҙарҙың күп булыуы - республика ауыл хужалығына күп кенә иҡтисади юғалтыуҙар килтерҙе.

13 районда ерҙең саманан тыш  дымлы булыуы арҡаһында Ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Барлығы  ярты миллиард һумлыҡ матди зыян күрелгән. 2013 йылда төбәктә тәбиғәт һәм техноген йүнәлештәге Ғәҙәттән тыш хәлдәр барлыҡҡа килеүен һәм уларҙың эҙемтәләрен кәметеүгә бәйле махсус дәүләт программаһы ҡабул ителгәйне.  Документ 31 декабргә тиклем генә үҙ көсөнә эйә. Бөгөн Хөкүмәт йортонда программаның 2018-2023 йылдарға иҫәпләнгән яңы проектын ҡабул иттеләр. Төп иғтибар - халыҡ именлеген тәьмин итеүгә, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса мониторинг алып барыу һәм прогнозлауға, иҡтисади юғалтыуҙарҙы кәметеүгә йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, Башҡортостанда "Хәүефһеҙ ҡала" аппарат-программа комплексын төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылған. Ултырыш барышында республика башлығы Рөстәм Хәмитов Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡ идаралығын муниципалитеттар менән әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы. 2 июндә көслө дауылдан Салауат районында колледж ятағынының ҡыйығы зыян күрә. Ведомство тарафынан ваҡытында күрелмәгән саралар - бюджет өсөн өҫтәмә бер нисә миллион һумлыҡ сығымдар талап итәсәк.

Шулай уҡ ултырышта республикала фән һәм технологиялар үҫеше буйынса яңы программа ҡабул ителде. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, уйлап табыуға ғаризалар биреү һаны һәм алған патенттар буйынса Башҡортостан - илдең тәүге ун төбәге исемлегендә. Рәсәйҙең фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды һәм фәнни фонд менән хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса ла эштәр көйләнгән. Шулай ҙа ғилми проекттарҙы тормошҡа ашырғанда - финанслау мәсьәләһен арттырыу мөһим. Был йүнәлештә инвестицияларҙы йәлеп итеү буйынса әүҙем системалы эш кәрәк. Төбәк башлығы урындағы фәнни коллективтарҙы венчур компаниялары менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға саҡырҙы. Башҡортостан фәндәр академияһында барлыҡҡа киләсәк технологияларҙың трансферлау үҙәге лә ҡағыҙҙа яҙылған фәнни проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итер, тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика