Иҡтисади шарттар менән бергә власть вәкилдәренең эше лә үҙгәрергә тейеш

Иҡтисади шарттар менән бергә власть вәкилдәренең эше лә үҙгәрергә тейеш 03.03.2015

Беҙ яңы ысынбарлыҡҡа мөмкин тиклем тиҙерәк яраҡлашырға тейеш тине, урындарғы хакимиәт башлыҡтары алдындағы сығышында Рөстәм Хәмитов. Сығымдарҙы кәметеү, эш урындарын һаҡлап ҡалыу, халыҡтың мөрәжәғәттәрен ишетеү бөгөн айырыуса мөһим тине төбәк етәксеһе. Был уңайҙан Өфөлә ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары өсөн семинар башланды.  

Рәсәй иҡтисады бөгөн ауыр хәлдә булыуы бер кем өсөн дә сер түгел. Баҫымды илдең һәр төбәге һиҙҙе. Шуға ла үҙәктән ярҙам көтөп ятыу юҡ, мәсьәләләрҙе үҙебеҙ хәл итергә тейеш, тип башланы  сығышын Рөстәм Хәмитов. Республика бюджетына үткән йыл менән сағыштырғанда 1 миллиард һумға әҙерәк аҡса күскән. Быға предприятиеларҙың килеме кәмеүе сәбәпсе. Ләкин был шарттарҙа ла властың һөҙөмтәле эшләүе мөһим.  
Семинарға юҡҡа ғына ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары саҡырылмаған. Республика етәксеһе әйтеүенсә, муниципалитеттар халыҡҡа иң яҡын тороусы орган. Кешеләрҙең мөрәжәғәттәрен дә яҡшы белергә тейештәр. Дөйөм алғанда, иҡтисадтың артабанғы үҫешен тәьмин итеү өсөн халыҡ һәм ойошмалар менән яҡшы эш итә белергә кәрәк.
Ауыр шарттар яңыса эш башлау өсөн яҡшы ваҡыт. Семинарҙа район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ғына түгел, уларҙың урынбаҫарҙары ла-барыһы 140 кеше ҡатнаша. Баш ҡалаға уларҙың күбеһе көрсөккә ҡаршы планын да алып килгән. Бөтәһенең дә уртаҡ һыҙаттары-сығымдарҙы кәметеү, хеҙмәттең һөҙөмтәлеген арттырыуға өлгәшеү. Муниципалитеттарҙың бизнес вәкилдәре менән дә тығыҙ бәйләнештә булыуы шарт.
Миңзәлә Баймырҙина, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын берләштерәбеҙ. Күп ауылдарҙа балалар һаны әҙ, шул сәбәпле буш биналар тотоу дөрөҫ түгел».
Шул уҡ ваҡытта быйыл райондарға бүленгән аҡса элекке кимәлдә һаҡланасаҡ. Ләкин был сара ла уларҙың тормошон күпкә еңеләйтер тип әйтеп булмай. Инфляция үткән йыл менән сағыштырғанда күпкә юғарыраҡ, шул уҡ ваҡытта хеҙмәт хаҡы элекке кимәлдә һаҡлана. Әлбиттә, был һәр кемдең кеҫәһенә һуға. Хаҡтарҙың да юғары үрләүен иҫәпкә алғанда, шәхси хужалыҡтар беренсе урынға сыға тиергә була.  
Руслан Салауатов, Ғафури районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Шәхси хужалыҡтары булмағандарға хәҙер үтә лә ауырға тура киләсәк минеңсә. Сөнки баҡса, мал ниндәйҙер булһа ла килем алыу мөмкинлеген бирә. Ә бөгөнгө шарттарҙа өҫтәмә килем сығанағы бигерәк тә урынлы».
Семинар иҡтисади үҙгәрештәр тыуҙырған ауыр хәлдән сығыу юлдарын бергәләп эҙләү урыны булып тора. Бында ҡала һәм район вәкилдәре   төрлө өлкәләге белгестәр менән  әңгәмә ҡороп, бар һорауҙарына ла яуаптар аласаҡ.
Муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары өсөн ойошторолған семинар 3 көн дауам итәсәк. Был ваҡыт эсендә ҡатнашыусылар алдында министрҙар, комитеттар етәкселәре, төрлө тармаҡ белгестәре сығыш яһаясаҡ. Лекцияларҙан тыш шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү ҙә ҡаралған. Улар муниципаль берәмек тормошоноң бөтә өлкәләренә лә ҡағыла. Шулай итеп, секцияларҙа ҡатнашыусылар бергәләшеп бөгөнгө шарттарҙа кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты, коммуналь-торлаҡ һәм ауыл хужалығын һәм башҡа тармаҡтарҙы нисек артабан да үҫтерергә тигән һорауға яуап эҙләйәсәк.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика