Гранттар ғалимдарға аныҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуға биреләсәк

Гранттар ғалимдарға аныҡ  проекттарҙы тормошҡа ашырыуға биреләсәк 24.05.2017

Был турала Рөстәм Хәмитов нефть һәм химия комплексын үҫтереүгә арналған фән буйынса совет ултырышында белдерҙе.

Республика тармаҡтың ҡеүәтле предприятиеларын берләштереп төбәк нефть химияһы кластеры төҙөй. Әле уға 2 йөҙләп ойошма ингән. Яңы технологиялар үҙләштерелә, конкуренциялы  продукция етештерелә. Шуға ҡарамаҫтан, күп кенә предприятиелар ҡорамалдарҙы сит илдән ҡайтарыуҙы хуп күрә. Республика етәкселегенең газ яғыулығын тәрән эшкәртеү тәҡдиме лә әле яуапһыҙ ҡала. Технология парктары булдырыу ҙа һүҙ кимәлендә генә ҡалды. Рөстәм Хәмитов ниәттәрҙең һүлпән тормошҡа ашырылыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
Үҫешкән илдәрҙән ҡалышыуҙы ҡыҫҡартыр өсөн производство фән менән бергә үҫешергә тейеш. Нефть тармағын тағы ла киңерәк йәйелдереү ҙә талап ителә. Миҫал итеп төбәк етәксеһе медицина препараттары етештереүҙе килтерҙе. Ғалимдар был йүнәлештә эшләй, әммә проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн финанстар етешмәй. Рөстәм Хәмитов ғалимдарға гранттарҙы аныҡ проекттар өсөн генә бүлеү тәҡдимен индерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика