Герой булып тыумайҙар, ә ҡыйыу ҡылыҡтары менән яулайҙар

Герой булып тыумайҙар, ә  ҡыйыу ҡылыҡтары менән яулайҙар 10.01.2017

«Йыл кешеһе» bсеменә лайыҡ булыусыларҙың һәр береһе ошо һыҙатҡа эйә. Конкурсты 4-се йыл рәттән «Республика Башҡортостан» гәзите үткәреп килә. Быйыл лауреат исеменә  10 кеше лайыҡ булды. Улар араһында кеше ғүмерен ҡотҡарыусылар ҙа, йәмәғәт эштәре менән әүҙем шөғөлләнеүселәр ҙә бар. Йыл кешеләрен бөгөн Республика Башлығы ла тәбрикләне.

11 йәшлек  ошо ҡаҡса малайҙың күкрәгендә батыр йөрәк тибә.  Былтыр ул батып барған баланы һыуҙан тартып сығара,  журналистар Айнурҙың ҡаһарманлығын йәш герой номинацияһы менән билдәләне. Батырлыҡ беҙҙең ҡанға һалынған, ти малайҙың әсәһе Аймара.
Нәфизә Йомағужина ла һыуға батып күгәрә башлаған балаға икенсе ғүмер бүләк итә. Был хәл үткән йәй Шишмә районында була, ҡотҡарылған малай быйыл 1-се синыфҡа уҡырға барған, хәҙер ул Нәфизә ханымды әсәй тип йөрөтә.
Тағы бер йыл кешеһе Максим Коробицын 40-тан ашыу йыр авторы, сиркәүҙәрҙә, үҫмерҙәр клубтарында бушлай сығыш яһай. Йәш оҫталарҙы популярлаштырыу ниәте менән яна. Белореттан Милләт Әзикәев та кешеләрҙең күңелен дауалаусы, уны яҡташтары халыҡ мэры тип йөрөтә. Милләт Абдразаҡ улы Уҡшуҡ биҫтәһе халҡына байрамдар ойоштора, үҙ тракторы менән урамдарҙы таҙарта.  Бар эште  хакимиәткә генә һалып ҡуйырға ярамай тигән фекерҙә ул. Республика Башлығы тиҙҙән  төбәк халҡының эш тәжрибәһен барып ҡараясағын да белдерҙе.
Кумертауҙан Виктор Хрибков иһә конструктор, уйлап тапҡан вертолеттар «Газель» кузовына ла, йорт башына ла төшә ала. Хәҙер ул һауа транспортын эҙләнеү эштәрендә файҙаланыу ниәте менән яна. Ә төҙөүсе Миҙхәт Хәсәновтын уй-хыялдары ер өҫтөн байытыу, тәбиғәтте һаҡлау менән бәйле. Төмән өлкәһендә йәшәгән яҡташыбыҙ  тыуған Ауырғазы районында күлдәрҙе таҙартыу, үҫентеләр ултыртыу менән мәшғүл.
Рөстәм Хәмитов лауреаттарҙың һәр береһе менән аралашып, әүҙем тормош позицияһы өсөн рәхмәт белдерҙе. Донъяла батырлыҡҡа һәр ваҡыт урын етерлек, ҡыйыу теләк,  оло йөрәк кенә кәрәк, тине Республика Башлығы.
«Йыл кешеһе» конкурсын Республика Башҡортостан гәзите 4-се тапҡыр ойоштора. Матбуғат баҫмаһының етәксеһе Эльза Хорева әйтеүенсә,  Башҡортостан  шәхестәргә бай, шуға күрә еңеүселәрҙе һайлау еңел түгел. Лауреат исеме иң-иңдәргә генә бирелә. Һәм был награда башҡарылған эштәргә баһа ла, яҙы үрҙәргә этәргес тә булып тора.
«Йыл кешеһе» исеменә лайыҡ булыу  диплом ғына түгел, ул йәшәү рәүеше, тормош мәғәнәһе. Конкурс еңеүселәренең барыһын да  кеше ҡайғыһына битараф ҡалмау, ярҙам ҡулы һуҙыу, мәрхәмтәлек кеүек күркәм сифаттар бәйләй. Ә лауреат исемен тапшырыу ошондай шәхестәрҙең беҙҙең йәмғиәт өсөн мөһимлеген билдәләй, башҡаларға үрнәк итеп ҡуя.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Ваш номер телефона для связи

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.

Возврат к списку