Германия вәкилдәрен бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡабул итте

Германия вәкилдәрен бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡабул итте 08.06.2017

Эшлекле осрашыуҙа  Саксония менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади, ижтимағи-мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу  юлдары ҡаралды. Әле  республикала Германия федератив республика капиталы ярҙамында 24 предприятие уңышлы эшләп килә.

Беҙҙең эшҡыуарҙар ҙа Берлинда башҡорт милли ризыҡтарынан торған аҙыҡ-түлек супермаркеты асыуға ирешкән. Әңгәмә барышында Германия  делегацияһы етәксеһе Себасьтьян Гемков хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеү маҡсатында Башҡортостан вәкилдәрен Саксонияға саҡырҙы. Осрашыу һуңында Константин Толкачев ҡунаҡтарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика