Германия һәм Франция стажерҙары Өфөлә 28.09.2015

Бөгөн баш ҡалала сит ил менеджерҙары сәфәрен рәсми асыу сараһы үтте. Француздар менән немецтарҙың стажировкаһы Рәсәй халыҡ хужалығы ойошмалары өсөн идара итеүсе кадрҙар әҙерләү дәүләт проекты сиктәрендә ойошторолған. Бер нисә көн дауамында Башҡортостан предприятиелары менән бәйләнеш урынлаштырырға теләүсе сит ил компаниялары республиканың стратегик үҫеш мәсьәләләрен тикшерәсәк.  Эксперттар фекеренсә, халыҡ-ара кимәлдә инвестициялар йәлеп итеү һәләте менән айырылып тороусы төбәк өсөн  был осрашыуҙың да яңы мөмкинлектәр асыуы ихтимал.

Сергей Новиков, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры: «Беҙ бында ике сара сиктәрендә йыйылдыҡ. Берҙән , Рәсәй -Германия дуҫлығы проекты сиктәрендә осрашһаҡ, икенсенән, бөгөн беҙ идара итеүсе кадрҙарҙы камиллаштырыу буйынса президент программаһына бәйле мәсьәләләрҙе лә тикшеребәҙ. Француздар һәм немецтарҙы республиканың мөмкинлектәре менән таныштырабыҙ. Ихтимал, артабанғы хеҙмәттәшлек юлдарын да билдәләйәсәкбеҙ».  
Октябрь башында Башҡортосан делегацияһы ошондай уҡ маҡсат менән Мюнхенға юллана. Унда немец сауҙа сәнәғәт палатаһы , машина эшләүселәр союзы һәм башҡа эре предприятиелар вәкилдәре менән осрашыуҙар планлаштырыла.  Ойоштороусы булып Стратегик башланғыстар агентлығы сығыш яһай. Халыҡ-ара сара сиктәрендә бер нисә төбәк, шул иҫәптән беҙҙең республика ла инвестиция-иҡтисад мөмкинлектәрен күрһәтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика