Өфө ҡунаҡтары Рәсәй Президенты йәки ШОС һәм БРИКС дәүләттәре башлыҡтары тарихи документтарға ҡул ҡуйған түңәрәк өҫтәлдәр артында ултырып ҡарай ала

Өфө ҡунаҡтары Рәсәй Президенты  йәки  ШОС һәм БРИКС дәүләттәре башлыҡтары  тарихи документтарға ҡул ҡуйған түңәрәк өҫтәлдәр артында ултырып ҡарай ала 14.07.2015

Бөгөн  Республика башлығы  саммиттар үткән залдарҙа экскурсиялар ойошторорға ҡушты. Тәүге төркөм журналистарҙан тупланды, экскурсоводтар иһә Башҡортостан министры Руслан Мирсаяпов һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов.  

Беҙ Владимир Путин Брикс дәүләттәре  башлыҡтарын ҡаршылаған урында баҫып торабыҙ.   Артабан инде кәңәшмәләр залына үтәбеҙ, был стеналар   тарихи ваҡиғаларҙың  өнһөҙ шаһиты. Бер залда  ил етәкселәренең үҙ ара осрашыуҙары, икеселәрендә киңәйтелгән ултырыштар үткән. Өсөнсөһөндә  декларациялар ҡабул ителгән, килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған.  Ә бына был   йомшаҡ креслоларҙа дәүләт башлыҡтарына ун минутҡа һуңлаған Бразилия Президенты Дилма Руссефты  көтөп алырға тура килә.  Бүләмәләрҙә милли биҙәктәрҙә   сағылыш тапҡан, мәҫәлән,   был тирмәлә Брикс эмблемаһы башҡорт орнаменттары менән бергә үрелгән. Эстә ҡуйылған тарихи өҫтәлдәр һәм ултырғыстар Башҡортостанға ҡала.
Шос менән Брикс бер үк залда ойошторолған тип уйлаусылар хаталана,   улар хатта төрлө ҡаттарҙа  үтә.  Бында   тауыш яңғырамаһын, яҡтыртыу кимәле  бар талаптарға тура килһен  өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған.  Стеналар  күсеп йөрөй торған, уларҙы шыуҙырып  залды ҙурайтырға йәки киреһенсә бәләкәйерәк бер нисә  бүлмә эшләргә мөмкин. Түшәмдәр  кәрәҙ формаһында йыйылған.
Конгресс Холлдың аҫҡы ҡатындағы был кәңшәмәләр залында әле тынлыҡ. Саммиттар мәлендә иһә тап ошо залда донъя тарихындағы  мөһим ҡарарҙар ҡабул ителә.   Бына был түңәрәк өҫтәл артында  Шос дәүләттәре лидерҙары  Һиндостан менән Пакистанды ойошма составына алырға килешә.  Ошо ултырғыста рәсәй Президенты Владимир Путин, эргәлә Шосҡа ингән башҡа дәүләттәрҙең башлыҡтары ултыра.
Артабан эстафета Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығына тапшырыла. Ирек Ялалов журналистарҙы  Когресс Холл янындағы үҙгәрештәр менән таныштыра. Ҡәләм оҫталарын,  күпме ағас ултыртылыуы ла, нисә метр яһалма ҡатлам йәйелеүе лә ҡыҙыҡһындыра. Ҡунаҡһарай сауҙа комплексына яҡынлайбыҙ, алда  хозур күренеш асыла - Ете ҡыҙ фонтаны.   Ҡыҙҙарҙың сере лә бар икән- фонтан тәүҙән үк кешеләр аҫтан өҫкә ҡарарлыҡ итеп проектланған.
Ағиҙел буйын танырлыҡ та түгел, хәҙер  йылға  ярында рәхәтләнеп йәйәүләп йөрөргә мөмкин. Килсәктә бында тамаҡ ялғау урындары ла асыласаҡ икән.   Йылға буйын  төҙөкләндереү артабан да дауам итәсәк.  Өфөнөң үҙәк өлөшө лә үҙгәреш кисергән.   Ҡунаҡханаларҙың биҙәлеше һоҡландыра.  Хәҙер был тирә европа ҡалалары менән тиңләшә ала. Һәм был оло эштәрҙең башланғысы ғына.
Һуңғы өс йылда башҡалала 23 парк һәм сквер төҙөкләндерелгән, был һуңғы 20 йылдағынан күберәк. Биш мең тирһәе  обьек яңыртылған, был исемлектә йорттар,  урамдар, ихаталар.  Саммитар  Өфөнө Рәсәйҙең иң билдәле ун ҡалаһы  иҫәбенә индерҙе. Хәҙер инде ошо данды уңышлы файҙаланыу, яуланған бейеклектән төшмәү үҙебеҙҙән генә тора.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика