Өфө тимер юлы вокзалын реконструкциялау йыл аҙағында, йә 2017 йыл башында тамамланасаҡ 25.02.2016

Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы менән осрашыуҙа «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вице-президенты Анатолий Мещеряков белдерҙе. Баш ҡала вокзалын төҙөкләндереү 2006 йылдан алып дауам итә. Эштәрҙе федераль компания республика менән берлектә финанслай.

Әммә  күләмле реконструкция  әле булһа ла тамамланмаған. Осрашыуҙа башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҙә тикшерелде. Уларҙың береһе йөк ташыу күләмен арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыу.  Был йәһәттән Башҡортостан автомобиль юлдарында ауырлыҡты үлсәү станциялары барлыҡҡа килде. Ул эре компанияларға тимер юлы хеҙмәттәре менән күберәк файҙаланыу мөмкинлеге бирә.  Бынан тыш, Өфө-Сибай поезын һаҡлау мәсьәләләһе лә көнүҙәк булып тора. Һуңғы ун йылда компания табышһыҙ маршрутты бер нисә тапҡыр ябыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты.  Әммә  уның социаль әһәмиәтле булыуын иҫәпкә алып, республика етәкселеге компания менән берлектә Өфө-Сибай поезын  һаҡлау юлдарын эҙләй.  Рөстәм Хәмитов  осрашыуҙа башҡа социаль проектарҙы ғәмәлгә ашырыу барышы менән дә таныштырҙы.
Төҙөүселәр йыл аҙағында, киләһе йыл башында Өфө вокзалында барған реконструкция эштәренең беренсе өлөшөн тамамларға ниәтләй. Төҙөкләндереү эштәренең икенсе этабы ҡунаҡхана комплексы төҙөүгә ҡағыла. Әммә бының өсөн инвестор эҙләргә кәрәк. Республика властары конкурсты яҡын арала ойошторор тип уйлайым.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика