Өфө Рәсәйҙең иң яҡшы миллионлы ҡалаһы булырға тейеш 09.08.2016

Был турала Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов «Вечерняя Уфа», «Уфимские ведомости» һәм «Киске Өфө» гәзиттәренә биргән интервьюһында белдерҙе. Ҡаланың матбуғат саралары етәкселәре  менән осрашыуҙа Башҡортостан баш ҡалаһының үҫеш мөмкинлектәре, халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләр тураһында фекер алышынды.

Быйыл баш ҡаланың 2030 йылға тиклем үҫеш стратегияһы раҫланырға тейеш.Был йүнәлештә Өфөнө йәшәү  өсөнө уңайлы, инфрастрауктураһы үҫешкән, заманса мегаполистар исемлегендә күрергә теләйем. Төп бурыс юлдар, күперҙәр, транспорт селтәренең үҫешен тәьмин итеү. Өфөнөң генераль планы күптән иҫкергән һәм ҡала үҫешен тотҡарлай. Транспорт,коммуналь, социаль инфраструктураны Ағиҙел һәм Өфө йылғалары аръяғын иҫәпкә алып планлаштырыу мөһим. Күрше райондарҙа комплекслы аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн киңәйтеү ҙә заман талабы, шул уҡ ваҡытта уңдырышлы ауыл хужалығы ерҙәрен һаҡлап ҡалыу бурысы ла бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, Өфө Рәсәйҙең «Иң яҡшы миллионлы ҡалалалары» исемлегендә тәүге урында булырға тейеш. Баш ҡалабыҙ  алдынғы   сәнәғәт, фән, мәҙәниәт һәм спорт үҙәге статусын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уны нығытырға һәм байытырға бурыслы, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика