Өфөнөң тимер юл возалы 2019 йылға тиклем мотлаҡ төҙөлөп бөтөргә тейеш 25.01.2017

Юғиһә, был ремонт эштәре быуат төҙөлөшөнә әйләнеп бара, тине Рөстәм Хәмитов  Куйбышев тимер юлы етәксеһе вазифаһына яңы тәғәйенләнгән Рәшит Сәйбаталов менән осрашыуҙа. Рәсәй тимер юлдары филиалы менән ул декабрь аҙаҡтарынан алып идара итә.

Республика башлығы яңы етәкселек алдына аныҡ талаптар ҡуйҙы. Тәү сиратта тимер юл вокзалында эштәрҙе тамамлау мөһим, тине ул. Төҙөкләндереү эштәре 2005 йылда уҡ башланды. Ләкин  яуаплылыҡ ике яҡта ла булыуы арҡаһында ул тотҡарлана килә. Республика үҙ йөкләмәләрен үтәй, ә бына Рәсәй тимер юлдары йәмғиәте һүлпәнлек күрһәтә, тине Рөстәм Хәмитов. Төбәк етәксеһе Башҡортостан биләмәһендәге үткәүелдәр мәсьәләһенә лә туҡталды. Бер нисә урында тимер юл аша күперҙәр һалынмаған. Был урындар үтә лә хәүефле.
Осрашыуҙа баш ҡаланы көньяҡтан урап үтеүсе тимер юлды һалыу, ҡала яны  бәйләнештәрен камиллаштырыу һәм поездар паркын яңыртыу мәсьәләре ҡаралды. Мөһим проекттарҙың береһе Шаҡша эргәһендә барлыҡҡа килгән индустриаль паркҡа йөк ташыусы поездар юлы һалыу. Киләсәктә был урындан йөк сығарыу күләме күпкә артасаҡ һәм уны транспортлау юлдары ла киңәйтелергә тейеш, тине Рөстәм Хәмитов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика