Өфөнөң ихаталарҙы тәртипкә килтереү тәжрибәһе бөтә илгә өлгө булырлыҡ

Өфөнөң ихаталарҙы тәртипкә килтереү  тәжрибәһе бөтә илгә өлгө булырлыҡ 03.03.2017

Был турала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич бөгөн республикаға эш сәфәре барышында белдерҙе. Михаил Бабич Рөстәм Хәмитов менән баш ҡаланың Достоевский урамындағы ихатала  урындағы башланғыстарҙы хуплау проектын ғәмәлгә ашырыу барышын ҡараны. Урындағы үҙидараны үҫтереү  юлдары артабан Волга буйы федераль округының төбәк советы ултырышында ла тикшерелде.

Өфөнөң Достоевский урамындағы ҡәҙимге биш ҡатлы йорт, әммә бында әүҙем һәм берҙәм халыҡ йәшәй. Һәм тап ошо сифаттар уларға үҙ ихатаһын гөлбаҡсаға әйләндерергә ярҙам итәсәк.  Быйыл  йортта йәшәүселәр урындағы башланғыстарҙы хуплау проектында ҡатнаша. Уның сиктәрендә өй алдындағы майҙанды йәшелләндереү, спорт, балалар майҙансыҡтары төҙөү, асфальт ҡатламын яңыртыу,  автомобиль ҡуйыу урындары булдырыу ҡаралған.   Проекттың хаҡы 3 миллион 200 мең һум, төп сумма республика һәм район ҡаҙнаһынан, ә бына 162 меңде торлаҡ хужалары үҙҙәре йыя, һәр фатирҙан мең ярым.
Михаил Бабич йортта йәшәүселәр менән аралашҡандан һуң уларҙың тәжрибәһе бөтә илгә өлгө булырлыҡ тине. Өфөлә ихаталарҙы тәртипкә килтереүгә быйыл 250 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә,  уның  200 миллионы республика бюджетынан, ҡалғаны ҡала ҡаҙнаһы һәм  йорт хужалары иҫәбенән .  
Башҡортостан урындағы башланғыстарҙы  хуплау проектын илдә иң тәүгеләрҙең береһе булып, 2014 йылда башлай. Тәүҙә  программа көньяҡ райондарҙа ғәмәлгә ашырыла.  Ике йыл эсендә 200-гә яҡын обьект төҙөлә һәм төҙөкләндерелә. Республика ҡаҙнаһынан  ошо маҡсатта 60 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Былтырҙан проекттың географияһы киңәйтелә һәм ул тотош Башҡортостан буйынса таратыла.
Урындағы үҙидараны үҫтереү юлдары хаҡында фекер алышыу артабан төбәк советы ултырышында дауам итте.  Осрашыуҙа Республика башлығы билдәләүенсә,  етәкселәр  тәү сиратта халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртырға тейеш. Кеше проблемаһын аңларға һәм хәл итергә теләмәүселәрҙең был вазифаны биләргә хаҡы юҡ. Ә бына магазин һәм офис алдарындағы майҙандар өсөн милекселәр яуап тоторға тейеш һәм был бурысты закон менән нығытыу мотлаҡ. Михаил Бабич  Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса  илдә ошондай тағы бер  проект  ғәмәлгә ашырыласағы хаҡында белдерҙе,  төп маҡсат  ҡала ерлегендә кешеләргә йәшәү өсөн уңайлы, заманса мөхит тыуҙырыу.  Быйыл ил ҡаҙнаһынан ошо маҡсатта 20 миллиард һум аҡса бүленә.
Ҡала ерлегендә  уңайлы мөхит тыуҙырыу буйынса программа ихаталарҙан башлана. Рөстәм Хәмитов  әйтеүенсә, проект үҙ эсенә Башҡортостандың 23 ҡалаһын аласаҡ. Майҙансыҡтар  халыҡ фекеренә таянып тәртипкә килтерелә һәм йорт хужалары үҙ өлөшөн дә индерә. Бының өсөн  аңлатыу эштәре алып барыу ҙа мотлаҡ.
Урындағы үҙидара халыҡҡа иң яҡын торған власть органы. Кешеләрҙе ойоштороу  муниципаль берәмектәр иңенә ята. Уңайлы шарттар тыуҙырыуға  ябай кешеләрҙе лә, эшҡыуарҙарҙы ла йәлеп итергә мөмкин. Әле һалымдарҙы урындарҙа күберәк ҡалдырыу хаҡында һүҙ бара. Урындағы үҙидара буйынса төбәк советы ултырышының тап Өфөлә үтеүе лә осраҡлы түгел, Башҡортостанда муниципаль берәмектәр һаны бик күп, 900-ҙән ашыу.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика