Өфөнө ҡарҙан тулыһынса таҙартыу өсөн аҡса етмәй

Өфөнө ҡарҙан тулыһынса таҙартыу өсөн аҡса етмәй 31.03.2017

Был хаҡта баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдерҙе.

Бөгөн ул социаль селтәрҙәге тура эфир аша  халыҡ һорауҙарына яуап бирҙе. Әле Өфөнөң 60-лап урамынан ҡар сығарыла, ә бынан дүрт йыл элек ул тик үҙәк урамдарҙан ғына ташып түгелгән. Көн һайын ошо маҡсатта төбәк бюджетынан өс миллион һум аҡса йүнәлтелә. Тура бәйләнештә барған эфирға теләге булған һәр кем һорауын һәм теләктәрен ҡалдыра алды. Айырыуса йәмәғәт транспорты эшмәкәрлеген камиллаштырыу һәм велосипед  юлдарын төҙөү мәсьәләһенә ҡағылған һорауҙар күп бирелде.
Ташҡын мәсьәләһе лә  ҡала халҡы өсөн көнүҙәклеген юғалтмай.   Тикшереүҙәрҙән асыҡланыуынса, һыу баҫыу хәүефе янаған  3000-меңләп йортта йәшәүселәрҙең, ни бары 10 процентында ғына кәмә йәки башҡа йөҙөү ҡоролмаһы бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика