Өфөлә үткән халыҡ-ара саммиттарҙың тәүге рәсми көнө БРИКС саммиты һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре башлыҡтары ултырышында ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменән ҡабул итеү барышында йомғаҡланды 10.07.2015

Был сара эшлекле һөйләшеүҙәр һәм осрашыуҙар, мөһим документтарға ҡул ҡуйыуҙан торған көндө тамамланы.  

Сығышында Владимир Путин илдәребеҙҙе дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре генә түгел, донъяны мөмкин тиклем хәүефһеҙерәк итеү, тотороҡло үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса уртаҡ маҡсаттар ҙа  бәйләй, тип билдәләне.  ШОС, БРИКС, Евразия иҡтисад союзы кеүек ойошмаларҙың мәғәнәһе лә ошонда.  Дәүләттәр төрлө континенттарҙа урнылашҡан, уларҙың тарихы, мәҙәниәте һәм үҫеш юлдары ла төрлөсә. Әммә шул уҡ ваҡытта  ошо айырма заман проблемаларын хәл итеү өсөн ҡеүәтле көс тә.  Йәмғиәттәр нигеҙендә дөйөм әхләҡи принциптар, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек закондары һалынған. Алға ҡуйылған маҡсаттарға тик коллектив рәүештә, партнерлыҡ, бер-береңә ышаныс, тиң хоҡуҡлылыҡ,  хөрмәт  һәм һәр кемдең мәнфәғәттәрен иҫәпкә алғанда ғына ирешергә мөмкин, тине Рәсәй Президенты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика