Өфө киләһе йыл ШОС һәм БРИКС илдәре саммитында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә 13.09.2014

Бөгөн Башҡортостан блогерҙары Кушнаренко районында киңлек иҫәпләп сығарып күләмле сарала ҡатнашасаҡ дәүләттәрҙең баш ҡалаларына күрһәткестәр урынлаштырҙы.

Блогерҙар навигаторҙар ярҙамында Ер шары меридианының төньяҡ киңлегенең һәм көнсығыш оҙонлоғоноң 55-се градусын эҙләй. Был киңлектәр республиканың Кушнаренко районы баҫыуҙарына тура килгән. Бында ҡуйылған билдә киләсәктә сит ил вәкилдәренә Башҡортостанды географик киңлектәр буйынса аңлатыу өсөн уйлап сығарылған.
Билдәнең оҙонлоғо 4 метр. Унда Ҡытай, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Үҙбәкстан, Бразилия, Һиндостан кеүек барлыҡ илдәрҙең баш ҡалаларының  күрһәткестәре ҡуйылған. Әлеге дәүләттәр менән ошо нөктә араһындағы  алыҫлыҡ күрһәтелгән.
Билдә Кушнаренко районының Түбәнге Сәғит ауылынан яҡынса ике саҡрым алыҫлыҡта ҡуйылды. Был урын юҡҡа ғына һайланмаған. Тап ошонда бөтә донъяла 55-кә 55 координаттары киҫелеше ҡоро ергә тура килә, ә ҡалғандары диңгеҙҙә һәм океанда урынлашҡан.  
Әле бында бесән йыйыусы тракторсы баҫыуҙа үҙенсәлекле координаттар киҫешкәне тураһында белмәй ҙә. Ә блогерҙар күрһәткес киләсәктә билдәле урынға әйләнер, тигән фекерҙә. Уның фотоһын оҙаҡламай гуглмэпс картаһына ла ҡуйырға теләй улар.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика