Өфө - илдең философия үҙәге

Өфө - илдең философия үҙәге 07.10.2015

Баш ҡалала  етенсе Рәсәй философия конгресы эш башланы. Өс көн дауамында барасаҡ форумда 26 тематик секция, 5 симпозиум, 25 «түңәрәк өҫтәл» эшләйәсәк һәм уға ҙур өмөттәр бағлана.  Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ҡатмарлашҡан осорҙа философтарҙан һөҙөмтәле хәл итеү юлдары  көтөлә.  Быйыл ул конгресс  «Философия, толерантлыҡ, глобалләшеү. Көнсығыш һәм Көнбайыш - ҡараштар диалогы» тип атала.

Өфө өс көнгә илдең философтар мәккәһенә әйләнде. Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конгресс булыуға ҡарамаҫтан, йыйында халыҡ-ара делегаттар ҙа ҡатнаша. Форумға 16 илдән һәм Рәсәйҙең 71 төбәгенән  меңгә яҡын ғалим килде. Был форумды ойоштороу өсөн тап Башҡортостандың һайланыуы ла осраҡлы түгел. Өфө был хоҡуҡты  Владивосток һәм Санкт-Петербург кеүек эре  ҡалаларҙы үтеп алды.
Икенсенән, Башҡортостан үҙенең философтар мәктәбе менән дә тотош илдә абруй ҡаҙанған төбәк. Халҡыбыҙ борон-борондан үҙенең аҡыл эйәләре, мәғрифәтселәре һәм фәйләсүфтәре менән дан тота.
Ғалимдар  әйтеүенсә, конгреста тотош донъяуи йәшәйештә көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала. Философтар проблемаларҙы күтәреп кенә ҡалмай, уларға фәлсәфәүи мөнәсәбәт һәм хәҙерге күҙлектән ҡараш тәҡдим итә.
Шулай ҙа философия иҡтисад, сәнәғәт һәм башҡа гуманитар мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелмәгән. Уның маҡсаты тағы ла юғарыраҡ. Һәр кеше ниндәйҙер кимәлдә философ һәм ошо күҙлектән ҡарамай тороп цивилизация алға китә алмай, тине Рөстәм Хәмитов.
Өс көн дауамында барасаҡ конгреста 26 тематик секция, 5 симпозиум, 25 «Түңәрәк өҫтәл» эшләйәсәк һәм был илдә философтар мәктәбен үҫтереү эшенең башы ғына. Форумда  ҡатнашыусылар Евразия философтары йыйынын да Өфөлә уҙғарыу тәҡдиме индерҙе. Башҡортостанда халыҡ-ара кимәлдәге саммиттар ойоштороу тәжрибәһе, мөмкинлектәр юғары . Ойошма етәкселеге хуплаһа, беҙ ҡабул итергә әҙер тине, төбәк етәксеһе. Евразия философтары конгресын 2023 йылда үткәреү күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика