Өфөгә Ҡытайҙың Гуанчжоу ҡалаһынан  делегация килде 15.08.2015

Уның составына дәүләт власы, фән һәм эшҡыуарлыҡ даирәһе вәкилдәре ингән.
Яҡынса 13 миллион самаһы халыҡ йәшәгән был ҡала ҙурлығы буйынса илдә дүртенсе урынды биләй.  Ҡытай вәкилдәрендә тәү сиратта теүәл ҡоролмалар технологияһы менән металды коррозияға ҡаршы эшкәртеү ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Бынан тыш, Башҡортостанға сит илдән инвестициялар йәлеп итеү, лифт һәм крандар эшләү мәсьәләһе өйрәнелә.
Ли Жон Фу, баш инженер: «Сәфәрҙең маҡсаты – тәжрибә уртаҡлашыу. Ҡайһы бер өлкәләрҙә һеҙ алға киткәнһегеҙ. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа заманса технологиялар менән уртаҡлашырға әҙербеҙ. Әле берлектәге предприятиелар, атап әйткәндә, лифт һәм кран сығарыуҙы яйға һалыу мәсьәләһен тикшерәбеҙ».

Ҡытай менән бәйләнеш өс йыл самаһы дауам итә. Сит ил инвесторҙары берлектәге предприятиелар төҙөүҙә ҡыҙыҡһыныуҙарын йәшермәй. Инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлыҡта үткән конференцияла, Өфө районы вәкилдәре ҡунаҡтарҙы төбәктең иҡтисади ҡеүәте, инвесторҙарға уңайлы шарттар тыуҙырылыуы тураһында ентекле таныштырҙы.

Айҙар Сатлыҡов, Рәсәйҙең Гуанчжоу ҡалаһындағы фән һәм технологиялар буйынса ассоциацияһы вәкиле: «Башҡортостан менән Ҡытай араһында бик яҡшы үҙгәрештәр барлыҡҡа килде. ШОС собраниеһы үткәндән һуң, Ҡытайҙағы дуҫтарым әйтеүенсә, Башҡортостан тураһында хәҙер бөтә Ҡытай белә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика