Өфөгә рәсми эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев килде 03.02.2015

Өфөлә Дмитрий Медведев һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көрсөккә ҡаршы сараларға арналған кәңәшмәлә ҡатнашты, Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендә, ПЭТ үҙәгендә булды,  «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе вәкилдәре менән осрашты.

Сәфәр сиктәрендә  Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры  Дмитрий Медведевтың Башҡортостан башлығы Рәстәм Хәмитов менән эшсе осрашыуы үтте. Осрашыу барышында Дмитрий Медведев республика иҡтисадындағы хәлдәр, шул иҫәптән хеҙмәт баҙары торошо менән ҡыҙыҡһынды.Үҙ сиратында Рөстәм Хәмитов, былтыр Башҡортостанда производство үҫеше, инвестициялар йәлеп итеү һәм һалымдар йыйыу буйынса уртаса Рәсәй күрһәткестәрен үтеп китеүен билдәләне. Республика башлығы шулай уҡ хеҙмәт баҙарында хәлдең  тотороҡло булыуын, әммә йыл башында бер аҙ ҡатмарлашыуын билдәләне. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ предприятиеларҙағы хәлде күҙәтеүҙә тотабыҙ, тине республика етәксеһе.
Осрашыуҙа  торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләһе лә күтәрелде. Рөстәм Хәмитов республиканың торлаҡ төҙөлөшө  буйынса Рәсәй төбәктәре араһында бишенсе урынды биләүе һәм быйыл да ошо темпты һаҡлау бурысы ҡуйылыуы хаҡында белдерҙе, шулай уҡ республикала бойомға ашырылған торлаҡ төҙөлөшө вкладтары проекты хаҡында ла һөйләп үтте. Дмитрий Медведев ил етәкселегенең был проектты яҡлау механизмдарын тикшерергә әҙер булыуын белдерҙе.  Бынан тыш, төҙөлөш тармағы өсөн ипотека кредитын һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика