Өфө - энергетика тармағында инновация алымдарын ҡулланыу буйынса илдең баш ҡалаһы 21.10.2016

Бөгөн был хаҡта Рәсәйҙең энергетика министры Александр Новак белдерҙе. Хаҡ һүҙҙәр. Башҡортостанда 2000 йылдан алып ил кимәлендә күләмле форум ойошторола. Уның сиктәрендә энергияны һаҡсыл, файҙалы ҡулланыуға бәйле эшлекле һөйләшеүҙәр, төрлө күргәҙмәләр уҙғарыла.

Былтыр яҙ ғына Бөгөлсән электр станцияһының тәүге свайы ҡағылғайны. Көйөргәҙе районында  ҡояш йылыһынан ҡеүәт алған был проект инвесторҙар, Башҡортостан һәм район етәкселегенең берҙәм көсө менән тормошҡа ашырыла башланы. Киләсәктә объекттың ҡеүәтен 15 мегаватҡа тиклем еткереү бурысы ҡуйылған. Альтернатив энергия сығанаҡтары экологияға ла зыян килтермәй.
Объектты сафҡа индереү Көйөргәҙе районының электр энергияһына ихтыяжын 70-80 процентҡа тәьмин итәсәк. Проекттың тәүге өлөшө былтыр сафҡа индерелгәйне, ниһайәт, икенсе сират та тамамланды. 16-сы Бөтә Рәсәй энергетика форумында ҡатнашыусылар ҙа Бөгөлсән электр станцияһының яңы баҫҡысҡа күтәрелеүе шаһиты булды. Алда өсөнсө сиратты файҙаланыуға тапшырыу бурысы тора.
Рәсәйҙә инновациялы энергетика булдырыуға бәйле закон базаһы эшләй. Әлегә яңыртыла торған энергия сығанаҡтары буйынса күрһәткестәр бигүк яҡшы түгел, ул ни бары 1 процент ҡына тәшкил итә. Шулай ҙа 2024 йылға юғары маҡсат ҡуйылған - дөйөм ҡеүәте 6000 мегават булған электр станцияларын төҙөү. Бөгөлсәндең икенсе сираты биш кенә мегават тәшкил итә, әммә алда беҙҙе ҙур еңеүҙәр көтә тип уйлайым.
Энергияны һаҡсыл, файҙалы ҡулланыуға йүнәлтелгән форум дүрт көн дауам итте. Уның сиктәрендә эшлекле һөйләшеүҙәр ойошторолдо. Әйтәйек, пленар ултырыш тармаҡҡа инновациялар индереүҙең тәүмаҡсатын, алдынғы проекттарҙың, технологияларҙың мөһимлеген билдәләүгә арналды. Осрашыуҙа Белоруссия, Тажикстан вәкилдәре лә альтернатив энергетикаға бәйле тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында Урал аръяғында энергетика ҡеүәттәренә ҙур ихтыяж булыуын билдәләне. Был ҡатмарлы хәл урында инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға, яңы предприятиелар асыуға  ҡамасаулай. Әлегә киҫкен мәсьәләне юҡ итеү юлдары барлана. Ҡояш энергияһына баҫым яһаласаҡ.
Күләмле сарала ҡатнашыусылар тармаҡҡа бәйле махсуслаштырылған күргәҙмәләр менән дә танышты. Унда илдең ике йөҙгә яҡын компанияһы үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Экспозицияларҙа юғары вольтлы ҡорамалдар, электр һәм яҡтылыҡ техникалары ла ҡуйылғайны.
Форум импортты алмаштырыу мөмкинлектәрен күрһәтеү менән дә әһәмиәтле. Баш ҡала предприятиеларының береһе күргәҙмәгә трансформатор подстанцияһын алып килә. Ул тотошлай тиерлек Рәсәйҙә йыйылған. Әйтәйек, ике йыл элек автоматлаштырылған һүндереү ҡоролмаһы Ҡытайҙа һатып алынған булһа, хәҙер ул Курск өлкәһенән килтерелә.
Күләмле саранан йәш быуын да ситтә ҡалмай. Юғары һәм урта уҡыу йорттары студенттары энергияны экономиялауға бәйле үҙ проекттарын тәҡдим итте.  Улар башлыса тергеҙелә торған энергия сығанаҡтарына өҫтөнлөк бирә.
10-15 йыл элек республикала бәләкәй гидроэлектростанциялар төҙөлә башланы. Әммә был йүнәлеш уңышһыҙ тип табылды. Шулай ҙа борсолор урын юҡ. Бөгөн төбәктә «аҡыллы селтәрҙәр» программаһының барлыҡҡа килеүе - тармаҡ үҫешенә ҙур аҙым. Ни тиһәң дә, был проект электр энергияһын юғалтыу кимәлен ике тапҡырға кәметәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Рузиль
11.11.2016 11:44:37
Есть ли возможность получить данную видеозапись?
Администратор
11.11.2016 12:17:17
Здравствуйте, позвоните в редакцию новостей по номеру: 8 (347) 292-74-80.

Возврат к списку


Яндекс.Метрика