Өфө 6 меңдән ашыу ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнә

Өфө 6 меңдән ашыу ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнә 07.11.2014

Халыҡ-ара саммиттар уҙғарыу айҡанлы баш ҡалаға сит ил партнерҙары, туристар һәм  журналистар килеүе көтөлә.

Баш ҡалала ҡунаҡхана комплекстары төҙөлөшөнә арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Саммиттарҙа ҡатнашыусылар бөтә уңайлыҡтары булған, замана талаптарына яуап биргән ҡунаҡханаларҙа урынлаштырыласаҡ. Уларҙы хеҙмәтләндереү кимәле лә юғары булырға тейеш. Шулай уҡ милли аштар менән һыйлауға өҫтөнлөк биреләсәк. Өфөлә 80 ҡунаҡхана бар. Уларҙың һигеҙе яңы төҙөлә.
Руслан Мирсаяпов, «Өфө-2015» ШОС һәм БРИКС офис төркөмө директоры: «Ҡунаҡханаларҙың саммиттарға тиклем төҙөлөп бөтөүенә шик юҡ. Улар файҙаланыуға ваҡытында тапшырыласаҡ. Иҫкеләрендә лә төҙөкләндереү эштәре бара. Уларҙа хеҙмәтләндереү сифаты яҡшыртыла. Саммиттан һуң да ҡунаҡханалар буш тормаясаҡ. Ҙур форумдар үткәреүгә ҡағылышлы һорауҙар ҡарала».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку