Евпатория ҡалаһында Башҡортостандың балалар шифаханаһы буласаҡ

Евпатория ҡалаһында Башҡортостандың балалар шифаханаһы буласаҡ 06.06.2017

Диңгеҙ буйында йыл әйләнәһенә 5 мең тирәһе бала ял итер һәм һаулығын нығытыр тип көтөлә. Был турала бөгөн Республика башлығы социаль хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри байрамына  арналған тантанала белдерҙе. Рөстәм Хәмитов сарала Башҡортостандың ошо өлкәләге уңыштарын билдәләп бизнестың  социаль яуаплылығын арттырыу кәрәклегенә лә туҡталды.

Һөнәри байрамдың төп хужалары үҙ эшенә ғашиҡ хеҙмәткәрҙәр.  Бөгөн улар сәхнә түрендә. Сибайҙан Азалия Әбдәрхимова  иң яҡшы йәш социаль хеҙмәткәр исеменә лайыҡ булды. Өлкән йәштәгеләр өсөн иң мөһиме  асыҡ йөҙ, йыл һүҙ, ти ул.
Ә бына Лилиә Сәғәтдинова бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурста еңеү яулаған,  ул физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләй. Ата-әсәһе баш тартһа ла был сабыйҙар йәшәү көсөн юғалтмаған.  Беҙ уларға  ғаилә йылыһын бирергә тырышабыҙ, ошо иғтибар һөйөү булып әйләнеп ҡайта, ти ул.
Йылы һүҙ, яҡты йөҙ, кешене аңлай, тыңлай белеү. Социаль хеҙмәткәрҙәргә  психолог та , табип та,  дуҫ та, кәңәшсе лә булырға тура килә. Сөнки   өлкән йәштәгеләр, етемдәр, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән эшләү сабырлыҡ та, оло йөрәк тә талап итә. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, әле был хеҙмәт 15 мең тирәһе кешене берләштерә, социаль хеҙмәткәрҙәргә йыл һайын ярҙам һорап миллион ярым тирәһе кеше мөрәжәғә итә.Был система әле яңырыу осоро кисерә, яңы эш алымдары индереү,  бизнестың социаль яуаплылығын арттыру мөһим тине, Рөстәм Хәмитов
Был өлкә хеҙмәткәрҙәренә көн һайын тиҫтәләрсә кешенең проблемаһы менән осрашырға тура килә. Бөгөн приют, интернаттарҙа ғына түгел, ғаиләлә ҡыйырһытылыу, йәберләү осраҡтары ла бар. Күп осраҡта декрет ялында ултырған ҡатын-ҡыҙҙар яҡлауһыҙ ҡала,  улар махсус үҙәк булыуы хаҡында ла белергә тейеш.
Сарала   Мәскәү белгестәре билдәләүенсә, Башҡортостандағы социаль хеҙмәт бөтә ил өсөн өлгө булырлыҡ.  Бында яҡлауға мохтаж социаль ҡатлам өсөн тулы шарттар тыуҙырылған.  Киләсәктә  Башҡортостан балалары  йыл әйләнәһенә Ҡара диңгеҙ буйында ла ял итсәк. Евпатория ҡалаһында Республиканың шифаханаһын асыу күҙаллана.
Социаль хеҙмәткәр тигән һөнәр Рәсәйҙә  сағыштырмаса яңы, 90-сы йылдарҙа ғына барлыҡҡа килде. Әммә бөгөн беҙҙең йәмғиәтте был хеҙмәттән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Социаль хеҙмәткәрҙәр тормош һынауына дусар булған өлкәндәргә лә, балалар өсөн дә яҡын кешегә әйләнгән. Был һөнәр эйәләрен табиптарға тиңләргә мөмкин, улар ауыр хәлдә ҡалыусыларҙың күңел яраларын дауалап  йәшәүгә көс, дәрт, өмөт уята.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика