Ете меңдән ашыу депутат мандаты 23.06.2015

13 сентябрь - Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда   муниципаль берәмектәргә,  шулай уҡ ике округ буйынса  Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайлана.  Республикала сәйәси компанияға әҙерлек башланды. Бөгөн  Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа үткән кәңәшмә лә быйылғы  һайлауҙарға ҡағылышлы  мәсьәләләргә арналды.  Унда  үҙәк  һәм территориаль һайлау комиссияһы рәйестәре, секретарҙары ҡатнашты.  

Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда  7 мең 304  мандат өсөн көрәш алып барыла,  иң күбеһе ауыл советтарына .  775 ауыл биләмәһендә һайлауҙар үтә.  Бынан тыш, район, ҡала советтарына һәм ике округ буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға   депутаттар өсөн тауыш бирелә.  Белгестәр фекеренсә,  муниципаль һайлауҙар бик яуаплы, сөнки  халыҡҡа иң яҡын торған власть ограны  билдәләнә. Икенсенән, нескәлектәре лә бар.  Мәҫәлән,  комиссия составында  дәғүәсенең туғаны йәки яҡын кешеһе булмаҫҡа тейеш, ә ауыл ерендә был күренеш йыш осрай.  
Һайлау комиссияһының резерв составын тулыландырыу менән бер рәттән, ағзаларҙы уҡытыу, участкаларҙы  әҙерләү эше бара. Муниципаль кимәлдәге сәйәси компания халыҡтың әүҙемлеге менән дә айырылып тора, сөнки ябай кешеләр урындағы депутаттарға ҙур өмөттәр бағлай.
Быйылғы һайлауҙарҙа  1 миллион 700 меңгә яҡын һайлаусы ҡатнашыр тип көтөлә. Дәғүәселәргә килгәндә инде, Башҡортостанда  57 сәйәси фирҡәнең төбәк  бүлексәһе  компанияла ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Муниципаль һайлауҙарҙа  йәмәғәт ойошмалары ла ҡатнаша ала, улар республикала 96.
Һайлауҙарға тиклем  ике айҙан ашыу ваҡыт бар, был  ваҡыт эсендә  дәғүәселәргә  үҙҙәренең вәғәҙәләрен аныҡ эштәр менән иҫбатларға, ә һайлаусыларға кемгә өҫтөнлөк бирәсәге хаҡында уйланырға мөмкинлек бар.  Сөнки  ябай кешеләрҙең ҡарарына теге йәки  был  төбәктең яҙмышы бәйле. Ә урындағы ыңғай үҙгәрештәр дөйөм республиканың үҫешенә йоғонто яһай.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика