Эшләгән инвесторҙарға-шарттар, үҙ һүҙендә тормағандарға - өҙөлгән килешеүҙәр

Эшләгән инвесторҙарға-шарттар,  үҙ һүҙендә тормағандарға - өҙөлгән килешеүҙәр 23.05.2015

Бөгөн Республика башлығы Благовар һәм Бүздәк райондарында төбәккә килгән инвесторҙарҙың предприятиеларында   эш барышын тикшерҙе.  Рөстәм Хәмитов  һөҙөмтәле эшләгән йүнселдәргә бар уңайлыҡтар тыуҙырыласағын белдерҙе. Ә бына  буш вәғәҙә менән туйындырыусы инвесторҙар менән хушлашырға тура килсәк. Республика башлығы төбәктә ауыл хужалығы предприятиеларынан тыш, социаль   учреждениеларҙа ла булды.

Нанозоводты хәтерләткән  был обьект- сусҡа  комплексы.  Тик ул  элекке фермаларҙан заманса технологиялары менән айырыла. Комплекс 3 йыл элек һалына башлаған, ул  1 мең 600 башҡа иҫәпләнгән. Бында тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнәсәктәр.  Инвесторҙар яһалма аталандырыу ярҙамында урындағы климат шарттарына яраҡлашҡан, һау һәм яҡшы үрсем биргән сусҡа үҫтерергә ниәтләй.  
Инвесторҙар әйтеүенсә, беҙҙең генетика сит илдәрҙән 50 йылға артта ҡалған, әммә был хатаны 5 йылда төҙәтергә була.  Бер баштан йылына 30 сусҡа балаһы алырға,  уларҙы 6 ай эсендә 175 килограммға тиклем еткерергә мөмкин. Әлбиттә шарттар ҙа кәрәк, бында һәр башҡа айырым урын ҡаралған,  сусҡаларға ике ай һайын тулы медицина тикшереүе үткәрелә. Рөстәм Хәмитов Республикала йүнселдәрҙең эш тәжрибәһен өйрәнеү һәм таратыу бурысын ҡуйҙы.
Проекттың хаҡы-1 миллиард 200 миллион һумға яҡын, уның төп өлөшө үҙләштерелгән. Сусҡаларҙың тәүге партияһы Орел ҡалаһынан  ике аҙнанан килтереләсәк, комплекс 50 кешене эш менән тәьмин итә. Инвесторҙар киләсәктә малды туҡландырыу өсөн элеватор һәм ҡатнаш аҙыҡ заводы да асырға ниәтләй.  Ҡатнаш аҙыҡ цехы Бүздәктә лә төҙөлөргә тейеш. Был обьекттың асылыуын  аграрийҙар ғына түгел  энергетиктар ҙа көтә, сөнки яңы төҙөлгән подстанцияны тулы ҡеүәтенә ебәреү өсөн эргәлә  көслө ҡулланыусыларҙың булыуы шарт. Әммә инвесторҙар һаман ҡуҙғалырға уйламай,  буш вәғәҙәләр менән туйындырыуын дауам итә.
Ситтән килгән инвесторҙарҙан айырмалы  үҙебеҙҙең йүнселдәр эшкә бик яуаплы ҡарай. Мәҫәлән, Бүздәктән Хәбибрахмановтар ғаиләһе ике йыл элек теплица асып ебәргән. Хәҙер бында  йыл әйләнәһенә йәй. Хужалар  3 гектарҙа ҡыяр, 8 гектарҙа томат үҫтерә.  Йәшелсә Башҡортостандың, илдең төрлө төбәктәренә оҙатыла. Былтыр 3 мең тонна  ҡыяр һатыуға сығарылған.  
Әлеге ваҡытта Бүздәк теплицаһы көҙгө-ҡышҡы осорҙа республика халҡын йәшелсә менән тәьмин итеүсе берҙән-бер  хужалыҡ булып тора. Әлбиттә,  һыуыҡтар төшкәндән һуң ҡыяр үҫтереү ҙур сығымдар талап итә. Әммә йүнселдәр  был проблеманы уңышлы хәл иткән. Теплицаны махсус быяла менән ябыу йылыны оҙаҡ һаҡларға ярҙам итә, йәшелсә үҫтереүҙә лә  аҙ сығымлы заманса технологиялар ҡуллланыла. Бында селекция йүнәлешенә лә иғтибар ҙур.
Эшҡыуарҙарға Республика яғынан да ярҙам күрһәтелә, әле улар ҡыяр теплицаһының майҙанын тағы 3 гектарға киңәйтергә ниәтләй,  әммә дәүләт ярҙамы кәрәк. Рөстәм Хәмитов  йүнселдәргә махсус программаларҙа ҡатнашыуҙа булышлыҡ итәсәкбеҙ тип белдерҙе.
Бүздәктәге психоневрология интернаты ла дәүләт ҡурсалауына мохтаж. 20 йыл элек колхоз профилакторийы  итеп төҙөлгән обьектта тулы уңайлыҡтар юҡ. Тәү сиратта йыуыныу һәм кер йыйыу комплексы, елләтеү системаһы эшләү мотлаҡ. Учреждениеның эсәр һыуы ла юҡ, хеҙмәткәрҙәр көн һайын 200 литр һыу ташырға мәжбүр. Республика башлығы  проблеманы  тиҙ арала хәл итергә ҡушты.  Туғандары, яҡындары баш тартҡан кешеләрҙе ярҙамдан ташларға тейеш түгелбеҙ, тине Рөстәм Хәмитов.
Әле бында шизофрения, эпилепсия, алигофрения кеүек  ауыр сирҙәргә дусар булған 120-нән ашыу кеше йәшәй.   Шарттар тыуҙырылһа тағы 50 сирлене ҡабул итергә мөмкин. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә,  интернат тәрбиәһенә мохтаждар күп, бында эләгеү өсөн сират 2-3 йыл тирәһе. Республика башлығы Бүздәктә социаль торлаҡ төҙөлөшөн дә тикшерҙе, был йорттарҙа  етемдәр, ветерандар һәм йәш белгестәр фатир асҡысы аласаҡ.    Рөстәм Хәмитов төҙөүселәргә  балалар баҡсаһы, мәктәп кеүек  обьекттар хаҡында онотмаҫҡа ҡушты, социаль учреждениелар яҡында булырға тейеш.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика