Эш өҫтөндә йоҡларға юл ҡуйылмаясаҡ 25.03.2015

Башҡортостан башлығы бөгөн Хөкүмәттең 2019-сы йылға тиклем тәҡдим ителгән  эшмәкәрлек программаһын кире ҡаҡты.

Рөстәм Хәмитов  социаль-иҡтисади үҫеш темптары  менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Ул документ авторҙарына профилле ведомстволар алдында тағы ла етдиерәк бурыстар ҡуйыуҙы  талап итте. Был айырыуса республика иҡтисадының төп локомотивы булған ауыл хужалығы, бәләкәй һәм  урта эшҡыуарлыҡ өлкәһенә ҡағыла. Стратегик документты тулылындырыуға Рөстәм Хәмитов тағы ла 10 көн биреләсәк тине.  
Башҡортостан башлығы  шулай уҡ  2020-се йылға тиклем  тышҡы реклама баҙарын үҫтереү концепцияһына ла айырым туҡталды.   Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, был өлкәлә тәртип урынлаштырыу мөһим. Бының өсөн ҡала һәм ауылдарҙы мәғәнәһеҙ банерҙарҙан арындырып, уларҙың урынына заман талаптарына яуап биргән сағыу формалағы рекламалар урынлаштырырға кәрәк.      

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика