Эш сәфәре 29.08.2014

Бөгөн Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән Рәсәй транспорт министры Максим Соколов килде.

Өфөлә бөгөн 2015 йылға тәғәйенләнгән ШОС һәм БРИКС саммиттарына транспорт инфрастуктураһын камиллаштырыу мәсьәләһенә арнлаған кәңәшмә үтә. Тулы хоҡуҡлы вәкил һәм министр республиканың транспорт системаһы менән яҡындан танышыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Улар Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙәр, автомобиль тоннеле һәм «Өфө» халыҡ-ара аэропортындағы эштәр барышын ҡараны. М5 федераль трассаһында яңы юл үткәргес тә бөгөн сафҡа инде. Бынан тыш, Волга буйы федераль округында  төбәк авиасәфәрҙәрен  үҫтереү мәсьәләһе лә кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған. Көндөң икенсе яртыһында Михаил Бабич  Ишембайға барырға иҫәп тота. Ҡалала ул урындағы  кадет корпусы эшмәкәрлеге менән танышасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика