Еҙем йылғаһы буйында тиҙҙән тәбиғәт паркы ойошторолоуы ихтимал

Еҙем йылғаһы буйында тиҙҙән тәбиғәт паркы ойошторолоуы ихтимал 18.11.2016

Был турала Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе попечителдәр советы ултырышында билдәләнде.

Кәңәшмә Башҡортостан башлығы рәйеслегендә үтте. Рөстәм Хәмитов  Рус география йәмғиәте Башҡортостан төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеген юғары баһаланы. География фәненә илдә ҡыҙыҡһыныу артыуы күҙәтелә. Рәсәй мәғариф министры Ольга Васильева башланғысы менән география Берҙәм дәүләт имтиханының мотлаҡ һынауҙар исемлегенә индереләсәк. 20 ноябрҙә Бөтә Рәсәй география диктанты үтә. Рөстәм Хәмитов республика халҡын унда әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Рус география йәмғиәте Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин уҙған осорҙағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһап, киләсәккә билдәләнгән бурыстарға туҡталды. Ултырышта Башҡортостан башлығы Рус география йәмғиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика