Дуҫлыҡ күпере нығына

Дуҫлыҡ күпере нығына 12.03.2015

Өфөлә республика Хөкүмәте вәкилдәре менән Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы делегацияһы ағзалары осрашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр ноябрь айында Ҡытайҙа «Башҡортостан бизнесы көндәре» үткәйне. Ул ваҡытта бер-нисә предприятиеһы үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән ошондай уҡ саралар быйыл Өфөлә лә ойоштороласаҡ. Сит ил вәкилдәренең яуап сәфәре республикала йәшәүселәргә Ҡытай  провинцияһы менән яҡындан танышыу  мөмкинлек бирәсәк.

Чжао Хуэй, Цзянси провинцияһының сит илдәр канцелярияһы етәксеһе: «Башҡортостанда Ҡытай циркы артистары сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ ҡытай фарфоры һәм Цзянси провинцияһының туристик маршруттарын сағылдырған фотоһүрәттәр күргәҙмәләрен ойошторорға уйлайбыҙ».
Дөйөм алғанда, Башҡортостан менән Цзянси провинцияһы араһындағы йылы мөнәсәбәттәр йылдам үҫешә. Ҡытай комиссияһы яҡын көндәрҙә Өфөлә үтәсәк  «Агрокомплекс-2015» ауыл хужалығы форумында ҡатнаша. Республикала шулай уҡ сит ил тауар етештереүселәренең күргәҙмәһен ойоштороу ҙа ҡарала.  Бынан тыш,  «Медь Цзянси»  корпорацияһы вәкилдәре тау-руда сәнәғәте ҡалдыҡтарын эшкәртеү проекты менән ныҡлап шөғөлләнергә ниәтләй. Берлектәге яңы эш йүнәлештәре яҡтар араһында үткән осрашыуҙа ла тикшерелде.  
Евгений Маврин, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Осрашыуҙа бер-нисә яңы проект тураһында фекер алыштыҡ. Проекттарҙың береһе республикала кәмәләр етештереүгә  ҡағыла. Билдәле булыуынса, Ҡытай провинцияһында ҙур тиҙлеккә иҫәпләнгән катерҙар сығарыла. Бынан тыш, бәләкәй автобустар етештереү буйынса берлектәге завод төҙөү проекты ла  һөҙөмтәле булмаҡсы».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика