Депутаттар йәйге каникулға китте 25.06.2015

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай яҙғы сессиялағы һуңғы 21-се ултырышын үткәрҙе. Унда  халыҡ һайланыусылары биш тиҫтәнән ашыу закон проектын ҡараны.  Дөйөм сессияға килгәндә был осорҙа 100-гә яҡын проект ҡаралған, уларҙың  яртыһынан күберәге  закон статусы алған.

Һалым каникулдары яҙғы сессияла ҡабул ителгән иң уңышлы закон проекттарының береһе. Был ҡануни документ санкциялар, ипмортты алмаштырыу мәлендә   эшҡыуарҙарға   өҫтәмә мөмкинлектәр асты. Законға ярашлы, яңы эш башлаған йүнселдәр һалымдан азат ителә. Исемлеккә ауыл хужалығы, фән, етештереү предприятиелары,  социаль өлкә һәм башҡа йүнәлештәр инә.
Римма Үтәшева, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары:  «Закон буйынса  40-тан ашыу һөнәр буйынса бирелә. Беҙҙең эшҡыуарҙарға  ике йыллыҡ һалым каникулдары».
Шулай уҡ  ер, торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү  хаҡындағы ҡануни документтар  физик   шәхестәргә лә , юридик ойошмалар өсөн дә бик уңайлы.  Транспорт системаһына ҡағылғандары ла бар. Мәҫәлән, хәҙер эвакуаторҙар менән  махсус туҡталҡаға алып кителгән техникаға тәүге 12 сәғәт өсөн штраф түләргә кәрәкмәй. Такси машиналары иһә  һары төҫтә генә түгел, аҡ йәки ҡара булыуы ла мөмкин. Сикләү һәм рөхсәттәргә ҡағылған тағы бер   документ -  аҙ алкоголле тоник эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыуға ҡағыла.  Был закон проекты бөгөн беренсе уҡыуҙы үтте.
Рәшит Хәйруллин, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе: «Статистиканы алғанда,  13 йәштән 18 йәшкә тиклемге йәштәрҙең 80 проценты  был эсемлекте эсеп ҡараған, 30 проценты даими ҡуллана. Ә уның составындағы спирт, буяуҙар һәм башҡа ҡатнашмалар организм өсөн бик зыянлы».
Яҙғы сессиялағы тағы бер мөһим  ҡанун проекты - сәнәғәт сәйәсәте тураһында. Был туралағы республика законы   1999-сы йылдарҙа уҡ ҡабул ителгән була, әммә   ул үҙгәрештәр индереүҙе, камиллаштырыуҙы талап итә.
Йомабикә Ильясова, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары:  «Был закон эшҡыуарҙар менән башҡарма власть органдары араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләй. Уны мин бик мөһим хоҡуҡи документ тип иҫәпләйем. Шулай уҡ ауыл хужалығы өлкәһендәге закон   проектын билдәләр инем, ул  беҙҙең етештереүселәрҙең алған кредитын субсидия менән ҡаплау тураһында, тимәк, уларға эшләүе лә еңелерәк буласаҡ».
Шулай уҡ яҙғы сессияның социаль йүнәлешле булыуын да атап үтергә кәрәк.  Ветерандарҙы социаль хеҙмәтләндереү эшенең камиллашыуы,  балаларға айлыҡ пособиеның күтәрелеүе һәм башҡа хоҡуҡи документтарҙы билдәләргә мөмкин. Депутаттар әйтеүенсә, миҙгел бик һөҙөмтәле һәм көсөргәнешле булған. Шуға Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 20 йыллыҡ юбилейы ла   эш араһында ғына үтеп киткән. Депутаттарҙың каникулы   уҡыусылар һәм студенттарҙыҡы һымаҡ август аҙағында  тамамлана, көҙгө сессиялағы тәүге комитет  ултырыштары сентябрь башына тәғйенләнгән.
Депутаттар тарафынан яҙғы сессияла  100-гә яҡын ҡанун проекты ҡаралған, уларҙың 77-һе закон статусы алған. Шулай уҡ  Дәүләт Думаһына  11 федераль закондың проекты индерелгән. Депутаттар төп эшмәкәрелегенән тыш  республиканың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡан. Миҫал өсөн,  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған  Изге  эштәр марафонын һәм башҡа акцияларҙы атап үтергә ммөкин. Был саралар сиктәрендә күп кешеләргә ярҙам күрһәтелгән һәм көнүҙәк проблемалар хәл ителгән.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика