Депутаттар үҙҙәренең, икенсе яртыларының һәм бәлиғ булмаған балаларының килемдәре, сығымдары һәм мөлкәте тураһында декларация тултырырға тейеш

Депутаттар үҙҙәренең, икенсе яртыларының һәм бәлиғ булмаған балаларының  килемдәре,  сығымдары һәм  мөлкәте тураһында декларация тултырырға тейеш 18.12.2015

2016 йыл башынан  Рәсәйҙә урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттары үҙҙәренең, икенсе яртыларының һәм бәлиғ булмаған балаларының  килемдәре,  сығымдары һәм  мөлкәте тураһында декларация тултырырға тейеш  Яңы талапты үтәмәү депутатлыҡ вәкәләттәрен  ваҡытынан алда туҡтатыуға нигеҙ буласаҡ.

Яңылыҡ 3 ноябрҙә ҡул ҡуйылған «Рәсәйҙең айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡындағы» законда ҡаралған. Элек бындай декларацияларҙы даими нигеҙҙә эшләүсе дупутаттар ғына тултыра ине. Башҡортостанда бөтәһе  895 муниципаль берәмек, шул иҫәптән 54 муниципаль  район һәм  9 ҡала округы, 14 ҡала һәм 818 ауыл биләмәһе бар. Депутат мандаттарына ҡала округтары һәм муниципаль район советтарында 1118, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә 8010 кеше эйә. Тимәк, закондағы яңылыҡ муниципаль кимәлдәге 9 меңдән ашыу халыҡ һайланыусыһына ҡағыла. Яңы закон шулай уҡ район, ҡала һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына, мунициаль район һәм ҡала округтары советтарының етәксе вазифаларын биләүсе депутаттарға  Рәсәйҙән ситтә урынлашҡан сит ил банкыларында иҫәп асыу һәм аҡса һаҡлауҙы тыя. Элек ундай тыйыу ҡала округтары һәм муниципаль район советтары рәйестәренә генә ҡағыла ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика