Депутат мандаттары өсөн конкуренция артҡандан-арта

Депутат мандаттары өсөн конкуренция артҡандан-арта 28.06.2017

Шуға күрә Үҙәк һайлау комиссияһы эше йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм республика халҡының иғтибарын йәлеп итә. Был турала Республика Башлығы Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев менән осрашыуҙа белдерҙе. Осрашыу барышында компанияның асыҡ һәм ғәҙел үтеүенә һайлаусылар һәм күҙәтеүселәр араһында шик тыуырға тейеш түгел тип белдерҙе төбәк етәксеһе.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев билдәләүенсә, быйыл республикала 255 мандатҡа муниципаль кимәлдәге һайлауҙар үтәсәк. Төп һайлау иһә 2018 йылға тәғәйенләнгән. Республика халҡы Рәсәй Президенты һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һайлаясаҡ. Ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле, һайлауҙы яңы технологиялар нигеҙендә үткәреү маҡсатында Үҙәк Һайлау комиссияһы ағзаларына уҡыуҙар үткәреү ҙә ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика