Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың парламент каникулынан һуң тәүге ултырышы 27 сентябрҙә үтә

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың парламент каникулынан һуң тәүге ултырышы 27 сентябрҙә үтә 17.09.2014

Был туралағы ҡарар Ҡоролтай Президиумы ултырышында ҡабул ителде.

Көн тәртибенә барлығы 30-ға яҡын мәсьәлә сығарыласаҡ. Хоҡуҡи документтар араһынан 7 закон проектын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итеү күҙаллана. Исемлектә ауыл хужалығы әһәмитендәге ерҙәрҙең уңдырышлығын тәьмин итеү хаҡындағы закон проекты ла бар. Яңы документ ерҙәр уңдырышлығы мәсьәләһен дәүләт кимәлендә көйләү мөмкинлеге бирә. Бынан тыш, депутаттар республиканың ,,Экология" кодексын камиллаштырыуын да дауам итә. Беренсе уҡыуға парламент ултырышына тиҫтәләп закон проекты сығарыла. Республикала театрҙар һәм театр эшмәкәрлеге тураһындағы законға үҙгәрештәр сәхнә коллективтарына мәғлүмәт һәм матди-техник ярҙам күрһәтеү юлдарын күҙаллай. Шулай уҡ театр эшмәкәрлеге өлкәһендә гранттар буйынса яңы нормалар индереү ҙә ҡаралған.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку