Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай Дәүләт Думаһына тәҡдим итеп ҡабул ителгән закон проекттары күплеге буйынса илдә тәүге  урынға сыҡты 07.07.2016

Беренселекте Башҡортостан парламенты  Һамар өлкәһе менән бүлешә.

Республикаға ҡағылышлы ҡануниәтте камиллаштырыу йәһәтенән дә Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Яҙғы сессияны йомғаҡлаған  ултырышта сығыш яһап Константин Толкачев  уның ярайһы уҡ көсөргәнешле үтеүен билдәләне. Финанс ҡатмарлыҡтар осоронда хоҡуҡи документтар әҙерләү, бюджет бүлеү депутаттарҙан ныҡышмалы эшмәкәрлек талап иткән.
Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе: «Иҡтисад, бюджет өлкәһендәге ҡануниәт ябай закондар түгел. Беҙ әле дефицитлы бюджет шарттарында йәшәйбеҙ. Шуға күрә аҡсаларҙың ҡайһы өлкәгә, ниндәй маҡсатта йүнәлтелеүе үтә лә мөһим һәм ныҡлы тикшереү талап итә. Шулай уҡ аҡсаларҙың тиҙ арала үҙләштерелеүе лә шарт. Миңә ҡалһа иҡтисади ҡануниәтте яҡшы ойошторҙоҡ».
Ҡануниәттән тыш, депутаттар контроль, закондар үтәлешен күҙәтеү кеүек эштәрҙе лә үҙ өҫтөнә алды. Яҙғы сессиялағы ултырыштарҙың барыһында ла тиерлек төрлө ведомство һәм структураларҙың отчет сығыштары тыңланылды. Парламентта эшсе төркөм ойошторолоп төрлө өлкәләге көнүҙәк мәсьәләләр, проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелде. Ҡануниәт үтәлешен тикшереү эштәрен Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары көҙгө сессияла ла дауам итәсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика