Дәүләт мөлкәте менән файҙаланыуҙан үткән туғыҙ ай эсендә генә ҡаҙнаға 18 миллард һумдан ашыу килем ингән 24.11.2016

Был аҡсалар республикаға үҙ өҫтөнә алған социаль йөкләмәләрҙе тормошҡа ашырыу мөмкинлеге биргән. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы йыл йомғаҡтарын барланы.

Саф һауа, шау-шыуҙан алыҫ, ҡала ситендә Фәхрисламовтар ғаиләһе хәҙер биш йылдан ашыу йәшәй. Ҡасандыр баҡса йорто ғына тип алынған ваҡытлыса торлаҡ хәҙер ғаиләнең даими йәшәү урынына әйләнгән. Бар уңайлыҡтар ҙа үткәрелгән, йорт хосусилаштырылған. Хаҡлы ялдағыларға башҡа нимә кәрәк, ти Рәшит Фәхрисламов.
Ерҙе хосусилаштырыу ваҡыт талабы, ти пенсионер. Киләһе йылдан Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы киләһе йылдан рәсми теркәлмәгән ер учаскаларына инвентаризация үткәрәсәк. Буш торған, маҡсатҡа ярашһыҙ файҙаланылған ерҙәр булырға тейеш түгел, ти белгестәр.
Министрлыҡ был йәһәттән етди эш алып бара. Тап дәүләт милке менән һөҙөмтәле идара итеү, уны һатыу  арҡаһында республика ҡаҙнаһы ярайһы уҡ яҡшы килем алған.
Әйткәндәй, быйыл министрлыҡ барлыҡҡа килеүгә 25 йыл. Ошо ваҡыт эсендә ул дәүләт, муниципаль һәм шәхси милекселектә тәртип урынлаштырыу буйынса ҙур эш эш башҡарған. Мөлкәт һәм ерҙе файҙаланыу йәһәтенән һөҙөмтәле механизмдар булдырған. 1991 йылда дәүләт мөлкәте менән илдара итеү комитеты булараҡ ҡына барлыҡҡа килгән ведомство әле республика хөкүмәтенең иң мөһим һәм яуаплы министрлығы һанала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика