Дәүләт Думаһы депутаты креслоһына Башҡортостандан 47 кандидат дәғүә итә

Дәүләт Думаһы депутаты креслоһына Башҡортостандан 47 кандидат дәғүә итә 15.09.2016

Сәйәси кампания башланғанда һайлауҙарҙа ҡатнашыу теләген 52 кеше белдергәйне. Был турала һүҙ бөгөн, матбуғат конференцияһында барҙы.

Журналистарҙың һорауҙарына Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары яуап бирҙе. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре тәү сиратта һайлауҙарға әҙерлек мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. Осрашыуҙа билдәләнеүенсә,  был йүнәлештә ҡыйынлыҡтар юҡ,  һайлау комиссияларына бюллетендәр таратылған,  видеокүҙәтеү ҡоролмаһы булырға тейешле 409 тауыш биреү участкаһы тулыһынса тиерлек тура трансляцияға әҙер. Бынан тыш, республикала насар күреүсе йәиһә бөтөнләй һуҡыр һайлаусылар өсөн 6 махсус участка эшләйәсәк.  Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 сентябрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһына, ике округ буйынса өҫтәмә рәүештә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға, Өфө ҡала советына һәм муниципаль район-ҡала  советтарына депутаттар һайлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика