Чиновниктарға һәм кандидаттарҙың туғандарына һайлау участкаларына юл ябыҡ булырға тейеш

Чиновниктарға һәм кандидаттарҙың  туғандарына һайлау участкаларына юл ябыҡ булырға тейеш 01.12.2015

Юҡһа, төпкөлдәрҙә сәйәси компанияны туған-тумасалыҡ йыйынына әйләндереп алып баралар. Был турала Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров Өфөгә эш сәфәре барышында  белдерҙе. Баш ҡалала 2016 йылда Дәүләт Думаһы депутаттарын  һайлау көнөн уҙғарыу үҙенсәлектәренә арналған ултырыш үтте.

Үткән һайлауҙарға баһа биреп Владимир Чуров уны ғәҙәттәгесә ойошҡан шарттарҙа үтеүен билдәләне. Илдең  Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе әйтеүенсә, быйылғы берҙәм һайлау көнө рекордлы сәйәси компания булараҡ тарихта ҡаласаҡ. Ул кандидаттар һаны, ҡатнашыусы төбәктәр , бүленгән мандаттар күплеге буйынса ла башҡа йылдарҙан айырылып торҙо. Киләһе йыл бындай рекордтар көтөлмәһә лә һайлау компанияһы үтә лә мөһим ваҡиға. Берҙәм тауыш биреү көнөндә Дәүләт Думаһына депутаттар һайлана.
Владимир Чуров, Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе: «Беҙ һайлауҙар уҙғарыуҙа халыҡ-ара тәжрибәгә таянырға тырышабыҙ. Сәйәси кампанияға бер йыл ҡалғас үҙгәреш индерергә тырышмайбыҙ.Ҡануниәтте быға тиклемге һайлауҙарҙа камиллаштырҙыҡ. Шулай ҙа техник көйләүҙәрҙе  иңҡар итмәйбеҙ. Әммә һиҙелерлек  үҙгәрештәр булмаясаҡ. Бөгөнгө һөйләшеүҙәге тәҡдим һәм теләктәрҙе беҙ киләһе сәйәси кампанияларға индерергә иҫәп тотабыҙ».
Владимир Чуров әйтеүенсә, киләһе йылғы берҙәм тауыш биреү көнөн ойоштороуға ҡаҙнанан ун миллиард һум аҡса бүленгән. Был иһә талап ителгән сумманан 4 миллиардҡа кәмерәк. Шуға күрә электрон ҡоролмалар, видеокүҙәтеү кеүек уңайлыҡтарҙы ҡулланыу бөтөнләй ҡаралмай.
Владимир Чуров, Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе: «Һайлауға бүленгән аҡса күләмен арттырыу тураһында бик күп һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ, ләкин һөҙөмтәһеҙ. Шуға күрә сәйәси компанияны ойоштороу кимәленә йоғонто яһамаған сығымдарҙы кәметергә тейешбеҙ. Әгәр камералар, электрон ҡорамалдар урынлаштырырға теләйҙәр икән был инде айырым бюджет итеп ҡараласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика